5 Әгәр ауыҙығыҙҙы йомһағыҙ, Был, исмаһам, аҡыл булыр ине.
Өндәшмәгән саҡта алйот та аҡыллы тойолор, ауыҙын йомоп ултырһа, белдекле күренер.
Инде шымығыҙ, миңә әйтергә ирек бирегеҙ, Әйҙә, ни булһа ла булһын.
Ҡәҙерле имандаштарым, шуны белегеҙ: һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын,
Аллаға нәҙер әйткәнһең икән, вәғәҙәңде тиҙ үтә, сөнки Ул ахмаҡтарға илтифат итмәй. Вәғәҙә иткәнеңде үтә.
Шуға был заман шул тиклем яман, Хатта аҡыл эйәһе лә телен йотор.
Ахыр сиктә был өс кеше бәхәсләшеүҙән туҡтаны, сөнки Әйүп үҙенең хаҡлығына шикләнмәй ине.
«Ҡасанға тиклем йәнемде иҙерһегеҙ? Һүҙҙәрегеҙ менән бәғеремде телерһегеҙ?
«Ҡасан бөтөр һүҙҙән арҡан ишеүегеҙ? Башта уйлашығыҙ, унан һөйләшербеҙ.
Буш һүҙҙәрегеҙгә сик булырмы? Ниңә шул тиклем үрәпсейһегеҙ – Ауыртҡан урынығыҙға тейҙемме?
Һин хәбәр һат – башҡалар өнһөҙ торһонмо? Һин мыҫҡыллағанда – урыныңа ултыртыусы табылмаҫ тиһеңме?
Инде минең дәлилдәремде тыңлағыҙ, Дәғүәләремде аңларға тырышығыҙ.
Ҡарағыҙ миңә – һушығыҙ китер, Ҡулығыҙ менән ауыҙығыҙҙы ҡапларһығыҙ.
Улар өндәшмәй, яуапһыҙ тора, тип Мин һаман да көтөп торайыммы?