Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 13:27 - Изге Яҙма

27 Аяҡтарыма Һин ҡалып кейҙергәнһең, Баҫҡан аҙымымды күҙәтеп тораһың, Аяҡ эҙемдән юллап киләһең.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 13:27
10 Referencias Cruzadas  

Аяҡтарыма ҡалып кейҙерә, Һәр юлымды ҡарап-күҙәтеп тора“.


Шундай әмер алғас, ҡарауылсы уларҙы төрмәнең эске бүлмәһенә япты ла аяҡтарына ағас ҡалып кейҙерҙе.


Салыуға алып барылған үгеҙ һымаҡ, бауырын уҡ үтәнән үтә тишкәнгә тиклем, был ахмаҡ тоҙаҡҡа баҫа, йәненән яҙырын аңламайса, ауға табан осҡан ҡошсоҡ һымаҡ, уның артынан эйәрә.


Асыуынан өҙгөләп-йыртҡыслай Алла, Нәфрәтләнә, тешен шығырлата; Дошмандай, күҙенең уғын миңә сәнсә.


Ул ваҡытта аҙымымды һанаһаң да, Гонаһтарымды эҙләмәҫ инең.


Шуға минән ғәйеп эҙләйһеңме, Гонаһ табырға маташаһыңмы?


Шунан шайтан Раббы янынан сығып китте. Ул Әйүптең бөтә тәненә, түбәһенән алып табанына тиклем, һыҙлатҡыс шеш-ҡутыр сығарҙы.


уны һуҡтырырға һәм Раббы йортоноң Үрге Бинйәмин ҡапҡаһы янында аяҡтарына ҡалып кейҙереп ултыртып ҡуйырға бойорҙо.


Ни өсөн ғүмер бирелә Ҡайҙа барғанын белмәгән, Алла һәр йәһәттән ҡамалап алған кешегә?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios