26 Сөнки миңә ҡаршы әсе нәмәләр яҙғанһың, Йәшлек гонаһтарымды мираҫ итеп тағаһың.
Яңғыратып шөкөрана ҡылыр, Мөғжизәле эштәреңде һөйләр өсөн.
Аҙаҡ Ғайса уны Алла йортонда осратып: – Бына һин һауыҡтың. Тағы ла насарыраҡ хәлгә тарымаҫ өсөн, башҡаса гонаһ ҡылма, – тине.
Унда утыҙ һигеҙ йыл буйы ауырыған берәү бар ине.
Юлымдан тайпылғайным, тәүбәгә килдем, Эйе, аңлағас, ҡайғыға ҡалдым. Йәш сағымда ҡылғаным арҡаһында Оятҡа баттым, хур булдым“.
Тәнендәге ташып торған йәшлек дәрте Үҙе менән бергә тупраҡҡа күмелер.
Нимә өсөн ғазаплы бәндәгә яҡтылыҡ бирелгән? Йәне әсегәнгә нимәгә ул йәшәү?
Ноғоми уларға: – Бүтәнсә мине Ноғоми тип йөрөтмәгеҙ, миңә Мара тип әйтегеҙ, сөнки сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе тормошомдо әсе итте!
Хатта тын алырға ирек бирмәй, Түҙгеһеҙ әрнеү менән тултыра.
– Эй Алла бәндәһе! Нишләнең һин миңә? Ҡылған ғәйептәремде хәтергә төшөрөп, улымды үлтертергә килдеңме ни? – тине ҡатын Ильясҡа.