Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 13:24 - Изге Яҙма

24 Ни өсөн минән йөҙөңдө йәшерәһең? Ниңә Һин мине дошман күрәһең?

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 13:24
21 Referencias Cruzadas  

Миңә ҡарата асыу ялҡыны дөрләй, Ул мине Үҙенә дошман һанай.


Бөйөк Хаким, дошманға әйләнеп, Исраилды һәләк итте; Бөтә һарайҙарын харабаға әйләндерҙе, Барлыҡ ҡәлғәләрен емерҙе. Йәһүҙә-ҡыҙҙың ҡайғыһын арттырҙы.


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Ахмаҡ эсенән генә уйлай: «Алла юҡ!» Кеше боҙолдо, әшәкелеге алдан йөрөй. Яҡшылыҡ ҡылыусы бер кем дә юҡ.


Яҡуп нәҫеленән йөҙөн йәшергән Раббыға ышанам мин, өмөтөм Унда.


Беләгең ниндәй ҡеүәтле, Ҡулың көслө, уң ҡулың юғары күтәрелгән!


Ә Ул мине ғәйепләргә сәбәп эҙләй, Мине Үҙенә дошман тип һанай.


„Уларҙан Мин йөҙ йәшерәм, – тине. – Һәм күрермен: нисек булыр ахырҙары. Сөнки улар аҙғын быуын, Тоғролоҡто белмәгән балалар.


Ләкин ул кешене дошман тип иҫәпләмәгеҙ, ә имандашығыҙҙай итеп иҫкәртегеҙ.


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Мин Раббыла таптым һыйыныс. Нисек инде һеҙ миңә: «Ҡош һымаҡ тауҙарға ос, ҡасып кит!


Әгәр мине тыңлаған берәү булһасы! Мин һүҙемдең хаҡлығын раҫлап имза ҡуям – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе миңә яуап ҡайтарһын! Ғәйепләүсем дәғүәһен төргәк китапҡа яҙып тотторһон.


Миңә ҡарата аяуһыҙландың; Көслө ҡулың менән ғазаплайһың.


Асыуынан өҙгөләп-йыртҡыслай Алла, Нәфрәтләнә, тешен шығырлата; Дошмандай, күҙенең уғын миңә сәнсә.


Аллаға әйтермен: мине хөкөм итергә ашыҡма, Аңлат миңә, Һин мине нимәлә ғәйепләйһең?


– Раббы һине ташлаған, һиңә дошман булған икән, ни өсөн минән һорайһың? – тине Шемуил. –


Ниңә һеҙ ҙә Алла һымаҡ баҫтыраһығыҙ, Нишләп итемде сәйнәп туя алмайһығыҙ?


Баш ҡалҡытам – арыҫландай ташланаһың, Йәнә миңә дәһшәтле көсөңдө күрһәтәһең.


Миңә ҡаршы яңынан-яңы шаһиттар сығараһың, Асыуыңды ҡабартаһың, Ғәскәрҙәрең тулҡын-тулҡын булып ябырыла.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios