13 Инде шымығыҙ, миңә әйтергә ирек бирегеҙ, Әйҙә, ни булһа ла булһын.
Шуға күрә өндәшмәй ҡала алмайым, Рухымдың хәсрәтләнеүен, Йәнем өҙгөләнеүен әрнеп һөйләйем.
Мин һөйләп бөтөргәнсе генә түҙегеҙ, Унан, теләһәгеҙ, көлөрһөгөҙ.
Әгәр ауыҙығыҙҙы йомһағыҙ, Был, исмаһам, аҡыл булыр ине.
Йәшәүемдән биҙҙем, Инде зарымды эстә тотмайым, Йән әрнеүҙәремде түгәм.
Һеҙҙең әйтемдәрегеҙ – көл һымаҡ, Терәктәрегеҙ – балсыҡтан әүәләнгән ҡалҡан.