4 Мин дуҫтарым өсөн бер әҙәм көлкөһө булдым. Ә бит Аллаға ялбарғанда яуап ала торғайным. Хәҙер иһә тоғро, камил әҙәм – мәсхәрә булып ҡалдым.
Улар өлкәнәйгәс тә емешле, Һутлы һәм йәм-йәшел ҡаласаҡтар.
Әле иһә йәшерәктәр мине мыҫҡыл итеп көлә. Ә бит ваҡытында аталарын һис бер эшкә лайыҡ күрмәҫ инем, Көтөүемдең эттәре янына хатта ҡуймаҫ инем.
Мин һөйләп бөтөргәнсе генә түҙегеҙ, Унан, теләһәгеҙ, көлөрһөгөҙ.
Алла мине кешеләр алдында ғибрәт итте, Улар минең битемә төкөрә.
Мине мыҫҡыллаусылар уратып алған, Көлөп, күҙемде лә астырмайҙар.
Кешеләр ауыҙ күтәреп мыҫҡыл итә, Мәсхәрә менән сикәмә саба; Барыһы миңә ҡаршы берләшә.
Ҡайһы берҙәре мыҫҡыл ителә, ҡамсы менән һуғыла, ҡайһы берҙәре хатта бығауланып, төрмәләргә ябыла.
Үлеләрҙең терелеүе тураһында ишеткәс, ҡайһы берәүҙәр көлдө, ә икенселәре: – Был хаҡта һине икенсе юлы тыңларбыҙ, – тине.
Аҡса яратҡан фарисейҙар, быларҙы ишетеп, Ғайсанан мыҫҡыллап көлдөләр.
Унан көлөргә тотондолар. Ғайса уларҙы сығарып ебәрҙе лә, ҡыҙҙың атаһын, әсәһен, Үҙенең юлдаштарын алып, ҡыҙ ятҡан бүлмәгә инде.
Сәнскәктән таж үреп башына һалдылар, уң ҡулына таяҡ тотторҙолар ҙа алдында тубыҡланып: – Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип мыҫҡыллап көлдөләр.
Ә мин Раббыға өмөт бағлайым, Ҡотҡарыусы Аллама күҙ төбәйем, Ишетәсәк мине Аллам.
«Мине саҡыр, һиңә яуап ҡайтарырмын. Һин белмәгән бөйөк серҙәрҙе һиңә әйтермен».
Тура юлдан йөрөгән кеше Раббынан ҡурҡа, юлынан тайпылған кеше Уны һанға һуҡмай.
Дуҫтарым мине мыҫҡыллап көлә; Күҙҙәрем Аллаға төбәлеп йәш түгә.
Һин хәбәр һат – башҡалар өнһөҙ торһонмо? Һин мыҫҡыллағанда – урыныңа ултыртыусы табылмаҫ тиһеңме?
Яуызлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн кире уйлағыҙ! Аңлағыҙ, әлегә хаҡлыҡ минең яҡта.
– Бынан сығығыҙ! – тине Ул. – Ҡыҙыҡай үлмәгән, ул йоҡлай ғына. Унан көлөргә тотондолар.
Ғәйепһеҙмен! Тик миңә инде барыбер – Мин туйҙым бындай тормоштан.
Зарһыҙ зарлыға тәкәббер ҡарай, Аяғы тайһа, төртөп ебәрер.
Ҡарағыҙ, дәғүәләшергә әҙерләндем. Хаҡлыҡ яуларымды мин беләм.
Инде шулар минән көлөп Мәсхәрәле таҡмаҡ йырлай, Мин уларға көлкө булып ҡалдым.
Әйүп һымаҡ кеше бармы? Ул бит хаяһыҙлыҡты һыу эскәндәй һөйләй.
Эй Раббым, Һин әүрәттең мине – Мин әүрәнем. Һин минән көслөрәк – Мине еңдең. Мин һәммәһе өсөн мәҙәккә әйләндем, Көн оҙоно минән көләләр хәҙер.