Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 12:24 - Изге Яҙма

24 Халыҡтарҙың башлыҡтарының зиһенен алыр, Юлһыҙ сүллектә аҙаштырып ҡалдырыр –

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 12:24
12 Referencias Cruzadas  

Иң ышаныслы кәңәшселәрҙе телдән яҙҙырыр, Аҡһаҡалдарҙың зиһенен алыр.


Әфраим аңһыҙ, алйот күгәрсен һымаҡ булып, Йә Мысырҙы саҡыра, йә Ашшурға китә.


Шул мәлдә миңә зиһенем ҡайтты; батша тигән даным, хөрмәт һәм бөйөклөгөм ҡайтты. Ярандарым һәм вәзир-бәктәр мине эҙләп тапты, һәм мин йәнә тәхеткә ултырҙым, ҡеүәтем әүәлгенән дә нығыраҡ артты.


Шунда Белтешассар атлы Даниил ҡатып ҡалды – үҙенең уйҙарынан ҡот осҡос дәһшәткә төшкәйне ул. Батша: – Белтешассар, был төш һәм уның мәғәнәһе һине ҡурҡытмаһын, – тине. Быға Белтешассар: – Эй хакимым! Бындай төш һинең дошмандарыңа керһә икән, уның мәғәнәһе һиңә ҡаршы булғандарға яҙған булһа икән, – тип яуап бирҙе. –


Мысыр тураһында әүлиәлек. Бына Раббы, еңел болотҡа ултырып, Мысырға килер. Мысыр боттары Уның алдында ҡалтырап торор. Ҡурҡыштан мысырҙарҙың йөрәктәре иреп төшөр.


Йә Раббы, халыҡтар араһында Һиңә рәхмәттәр уҡырмын; Өммәттәр араһында Һиңә маҡтау йырлармын.


Сөнки уларҙың зиһенен Үҙең томаланың, Шуға күрә уларға еңеү ҡаҙандырмаҫһың.


Эй Алла, Һин Үҙең беҙҙе ташламаныңмы ни? Ғәскәрҙәребеҙ башында яу сапмайһың.


Тупраҡта тик тамырҙары менән Төпһә генә тороп ҡалһын, Тимер һәм баҡыр менән ҡоршалған килеш Ялан үләндәре араһында, Әйҙә, уны күк ысығы йыуһын, Януарҙар менән бергә үләндә көн күрһен.


Кеше аҡылы унан алынһын, Хайуан аҡылы бирелһен уға, Ана шул хәлдә ете йыл үтһен.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios