Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 12:19 - Изге Яҙма

19 Ҡаһиндарҙы ялан аяҡ ҡыуалар, Аяҡта ныҡ баҫып торғандарҙы алып ырғытыр.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 12:19
16 Referencias Cruzadas  

Улар Бәрәс менән һуғышасаҡ. Бәрәс уларҙы еңәсәк, сөнки Ул – хакимдарҙың Хакимы һәм батшаларҙың Батшаһы. Уның менән бергә булғандар иһә – саҡырылғандар, һайлап алынғандар һәм тоғролар.


Раббы әйтә: «Мин Кирҙы уң ҡулынан тотоп торам. Халыҡтарҙы уға буйһондорор өсөн, Батшаларҙы ҡоралһыҙландырам. Уның алдында ишектәр асыҡ тора, Ҡапҡалар ябылмай». Раббы Үҙе мәсехләгән кешегә – Кирға былай ти:


Кешеләр ҡаты иҙелеү аҫтында иңрәй, Көслөләр ҡулынан ҡотолоу өсөн ярҙам һорай.


Шуға ярлыларҙың ялбарыуы Аллаға барып етте, Ул фәҡирҙәрҙең зарын ишетте.


Улар үҙ көсө менән көслөнө лә һөйрәп ергә бәрер. Улар тороп баҫыр, әммә үҙ ғүмере өсөн ышанысы ҡалмаҫ.


Йушағ бер һелтәүҙә бөтә урындағы батшаларҙы тар-мар итте һәм уларҙың ерҙәрен баҫып алды, сөнки исраилдар өсөн Исраил Аллаһы Раббы Үҙе һуғышты.


Был батшаларҙы алып килгәс, Йушағ бөтә исраилдарҙы йыйҙы һәм үҙе менән яуға барған һуғышсыларҙың башлыҡтарына: – Бында килегеҙ һәм аяғығыҙҙы был батшаларҙың муйындарына ҡуйығыҙ, – тип бойорҙо. Тегеләр килеп батшаларҙың муйындарына баҫты.


Шөһрәтемде минән тартып алды, Башымдан тажымды атып бәрҙе.


Ни өсөн яуыздар йәшәй, Өлкәнәйгән һайын ҡеүәттәре арта бара?


Ергә ҡеүәтлеләр хужа була, Дәрәжәле генә унда төйәкләнә, тип уйланың.


Улар ҡапылдан, төн уртаһында үлеп китә; Халыҡтар болғаныша ла юҡҡа сыға; Көслөләр ҙә һис кем ҡағылмаҫтан ғәйеп була.


Һорап тормай, көслөләрҙе ҡырып һала, Урындарына башҡаларҙы ултырта.


Түрәләрҙе Ул юҡҡа сығара, Донъя хакимдарын бушҡа әйләндерә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios