15 Ул һыуҙарҙы туҡтатһа – ҡоролоҡ булыр, Ебәрһә, ерҙе һыу баҫыр.
Ғилғәдтәге Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәр Ахав батшаға: – Мин хозурында баҫып торған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит: был йылдарҙа ергә, мин әйтмәйенсә, бер тамсы ысыҡ, бер тамсы ямғыр төшмәҫ! – тип белдерҙе.
Уларҙың, пәйғәмбәрлек иткән ваҡытта ергә ямғыр яумаһын тип, күкте ҡаплап ҡуйырға вәкәләттәре бар. Һыуҙы ҡанға әйләндерергә лә, үҙҙәре теләгән ваҡытта ергә һәр төрлө бәлә-ҡазалар ебәреп зыян килтерергә лә вәкәләттәре бар.
Һеҙҙе ышандырып әйтә алам: Ильяс пәйғәмбәр көндәрендә өс йыл һәм алты ай буйы, күк йөҙө ябылып, ямғыр яуманы, бөтә Исраил иле ҡот осҡос аслыҡтан интекте. Исраилда тол ҡатындар күп ине,
Ул янаһа, диңгеҙ ҡорор, Бөтә йылғаларҙың һыуы кибер, Башандың, Кармәл тауының йәшеллеге шиңер, Ливандың гөл-сәскәләре һулыр.
Өлкәр менән Орионды бар ҡылыусы, Дөм-ҡараңғыны яҡты таңға, Яҡты көндө ҡара төнгә әүерелдереүсе, Диңгеҙ һыуҙарын бергә йыйып, Ер йөҙөнә түгеүсе – Исеме Уның – Раббы!
Ҡәүемдәрҙең файҙаһыҙ боттары ямғыр яуҙыра аламы? Күк үҙенән-үҙе ямғыр ҡоямы? Ошоларҙың барыһын да эшләгән Һин түгелме, Аллабыҙ Раббы? Ышанысыбыҙ тик Һиндә генә – былар бары Һинең ҡөҙрәтеңдә.
Һәр бер тереклектең йәне, Бөтөн кешенең һулышы – Уның ҡулында.
Нухҡа алты йөҙөнсө йәш барғанда, йылдың икенсе айының ун етенсе көнөндә Йырылдылыр сикһеҙ даръя һыуы, Асылдылыр күктең ҡабағы –
Мин, туфан һыуҙары ҡалҡытып, күктәр аҫтында эсендә йәне булған бөтә нәмәне юҡ итәм, ерҙәге бар тереклек ҡырылып бөтәсәк.
Алла Нухҡа былай тине: – Бөтә кешелек донъяһын юҡҡа сығарам, сөнки ер улар арҡаһында яуызлыҡ менән тулды. Шуға күрә Мин уларҙы ер менән бергә юҡ итергә булдым.
Ул саҡта Раббының асыуы ялҡынланыр һәм Ул күктәрҙе бикләп ҡуйыр, ямғыр булмаҫ, ер үҙенең уңышын бирмәҫ. Ә һеҙ Раббы бирәсәк бәрәкәтле ерҙә бик тиҙ һәләк булырһығыҙ.
Әммә Алла Нухты, уның кәмәһендә булған мал-тыуарҙы һәм ҡыр хайуандарын онотманы: Алла ергә ел ебәрҙе, шунан һыу күтәрелеүҙән туҡтаны.
Елгә көс биргән сағында, Һыуҙарҙы үлсәп сик ҡуйғанында,
Илдә ямғыр яумағанлыҡтан, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, шишмә ҡороно.