11 Ризыҡ тәмен аңҡау тойған һымаҡ, Һүҙҙең бәҫен ҡолаҡ һынай түгелме ни?
Ризыҡ тәмен аңҡау тойған һымаҡ, Һүҙҙең бәҫен ҡолаҡ һынай.
Һеҙ бит Раббының игелеген татынығыҙ.
Ҡаты ризыҡ иһә өлкәндәргә ҡулай, тормош тәжрибәһе уларҙы яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырыр һиҙгерлеккә өйрәткән.
Һеҙ иң яҡшыны һайлап ала белһен, Мәсих килер көнгә саф һәм кәмселекһеҙ булһын,
Ауыҙымдан берәй нахаҡ һүҙ сыҡтымы? Аңҡауым һәләкәт әсеһен тоймаҫмы?
Мин һеҙгә аҡыллы кешеләргә әйткән кеүек өндәшәм, әйткәндәрем тураһында үҙегеҙ уйлағыҙ.