Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 12:10 - Изге Яҙма

10 Һәр бер тереклектең йәне, Бөтөн кешенең һулышы – Уның ҡулында.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 12:10
17 Referencias Cruzadas  

Ҡайһы бер шағирҙарығыҙ: «Беҙ ҙә Уның нәҫеленән», – тигән кеүек, «беҙ Уның арҡылы йәшәйбеҙ, хәрәкәт итәбеҙ һәм көн күрәбеҙ».


Мине Алланың рухы бар ҡылды, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең һулышы йәшәү бирә.


кешеләрҙең Уға ҡул хеҙмәте күрһәтеүенә лә мохтаж түгел. Ул Үҙе һәр кемгә тормош, һулыш һәм башҡа бар нәмәне бирә.


Тик Муса менән Һарун йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Аллабыҙ, бөтә йән эйәләренә һулыш биргән Алла! Бер кеше гонаһ ҡылды, ә Һин бөтә йәмғиәткә асыуланаһыңмы? – тип ялбарҙы.


Ҡасанға тиклем эсемдә йәнем, Танауымда Алланың һулышы булһа,


Һин, хаттин ашып, Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.


Ҡанға әйләндерҙе һыуҙарын, Үлтерҙе балыҡтарын.


Раббы Алла әҙәмде тупраҡтан әүәләне һәм танау тишегенә йәшәү һулышы өрҙө. Шулай итеп, кеше тере йән эйәһе булды.


Тәндән тыуған – тән; Рухтан тыуған – рух.


Мин, туфан һыуҙары ҡалҡытып, күктәр аҫтында эсендә йәне булған бөтә нәмәне юҡ итәм, ерҙәге бар тереклек ҡырылып бөтәсәк.


Ахыры еткәс, Алла уның йәнен алған саҡта, Аллаһыҙ кеше нимәгә өмөтләнер?


Төбөнә төшөү өсөн мин быларҙың барыһын да күңелем аша үткәрҙем. Тәҡүә кешеләрҙең һәм аҡыл эйәләренең яҙмышы, уларҙың барлыҡ эштәре Алла ҡулында икәнен күрҙем. Алда мөхәббәт көтәме, әллә нәфрәтме – әҙәми затҡа билдәһеҙ.


Күктәрҙе бар ҡылған, киреп ҡуйған, Бөтә емеше менән ер йөҙөн йәйеп һалған, Донъялағы халыҡтарға һулыш, Унда йәшәгәндәргә һулыш биргән Раббы Алла былай ти:


Илдә бик күп тәлмәрйендәр хасил булды, Хатта батшаның бүлмәләренә тулды.


Мәңге дәғүәләшеп тормам, Һәр ваҡыт асыулы булмам. Юҡһа Үҙем бар ҡылғандарҙың рухы һыныр, Кеше заты хәлдән тайыр ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios