20 Ә яуыздарҙың күҙҙәре томаланыр, Ҡасып ҡотолор ерҙәре булмаҫ. Аҡтыҡ өмөттәре – һуңғы тапҡыр һулыш алыу булыр».
Был халыҡтар араһында йәнегеҙ – тыныслыҡ, аяғығыҙ тынғылыҡ тапмаҫ. Раббы һеҙгә тертләп торған йөрәк, тилмереп ҡараған күҙҙәр һәм һыҙланған күңел бирер.
Әллә мохтаждарҙың үтенесен кире ҡаҡтыммы, Тол ҡатындың өмөтөн һүндерҙемме,
Өлөш алыр өсөн дуҫына яла яҡҡан әҙәмдең Балаларының күҙ нуры һүнер.
Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы.
Етеҙҙең ҡасырға хәле ҡалмаҫ, Көслөнө ҡеүәте ташлап китер, Ҡаһарман үҙенең йәнен ҡотҡара алмаҫ.
Күҙ талдырып бушҡа ярҙам көттөк; Беҙҙе ҡотҡара алмаҫ ҡәүемде Манаранан күҙләп юҡҡа өмөтләндек.
Ата-әсәһенә тел тейҙергән бәндәнең сыраһы төн ҡараңғылығында ҡапыл һүнер.
Ямандың ҡурҡыуы ғәмәлгә аша, тәҡүә кеше моратына ирешә.
Йәнемде алырға ҡырсынғандар Мәсхәрәгә төшөп хур булһын! Зыян килтерергә теләгәндәр, мыҫҡыл ителеп, Барыһы ла кире сигенһен!
Яуызлыҡ ҡылыусы йәшенерлек Ҡараңғы урын, дөм ҡараңғылыҡ юҡ.
Ул ҡасып маташыр, әммә дауыл Уға ҡотолорға ирек бирмәҫ.
Ахыры еткәс, Алла уның йәнен алған саҡта, Аллаһыҙ кеше нимәгә өмөтләнер?
Имен сатырынан һөйрәп сығарырҙар, Дәһшәт батшаһына килтерерҙәр.
Мин һеҙгә дәһшәт ебәрермен: ҡаты ауырыуҙар күндерермен, биҙгәк тотор, әрнеүҙән күҙҙәрегеҙҙең нуры ҡайтыр, йәнегеҙ ғазапланыр. Орлоғоғоҙҙо бушҡа ғына сәсерһегеҙ, сөнки уңышын барыбер дошмандарығыҙ ашар.
Тәүәккәлләп мине иҙһен ине, Ҡул һуҙып, ғүмер ебемде өҙһөн ине.
Әйүп былай тип яуапланы:
Шул сәбәпле рухым һынды минең, Йөрәгем ҡурҡыуҙан өшөп ҡатты.
Тәҡүәнең өмөтө шатлыҡҡа илтә, яуыздың көткәне бушҡа сыға.
Көтөүселәргә – йәшенер урын, Башлыҡтарына ҡотолоу булмаҫ.
Улар үлем көтә, тик таба алмай. Хазинанан да артығыраҡ күреп эҙләй.
Ҡәбер ситенә килеп баҫһалар, ҡыуанырҙар, Шатланып бөтә алмаҫтар ине.