12 Ахмаҡҡа аҡыл ингәнсе, Ҡырағай ишәк кешегә әйләнер.
Эй буш бәндә! Ә һин ғәмәлһеҙ имандың файҙаһыҙ икәнен күрһәтеүҙәрен теләйһеңме?
Үҙемә күңелемдән: «Әҙәм балаларына килгәндә, Алла уларҙы үҙҙәренең асылда хайуан икәнлектәрен күрһендәр өсөн һынай», – тинем.
Күтәрел, эй Алла, дәғүәңде Һин хәл ит! Онотма алйоттарҙың Һине көн һайын хурлағанын!
Ҡасандыр беҙ бөтөнөбөҙ ҙә, тәнебеҙ һәм уйҙарыбыҙҙың ихтыяжын үтәп, тән теләктәре буйынса йәшәнек, һәм булмышыбыҙ арҡаһында беҙҙе, башҡалар кеүек үк, Алла асыуы көтә ине.
Бер-берегеҙ менән килешеп йәшәгеҙ, тәкәббер булмағыҙ, шулай уҡ ябай кешеләр менән аралашығыҙ, үҙегеҙҙе булғанынан аҡыллыраҡ һанамағыҙ.
Үҙҙәрен аҡыллы һанап, аҡылһыҙға әйләнделәр һәм
Дәртенә сыҙаша алмай Елде еҫкәгән ҡырағай ишәкте кем тыя алһын? Ата ишәк уны эҙләп тә йонсомаҫ: Өйөккән айында уны табыу ҡыйын түгел.
Яҡшылыҡтан яманлыҡты, Хаҡ һүҙҙән ялғанды нығыраҡ яратаһың. Села
Әҙәмгә әйтте: «Ысын зирәклек – Раббы Хакимдан ҡурҡыу. Яуызлыҡтан йыраҡ тороу иһә – аҡыл».
Кем ул кеше – пак булырға? Ҡатын-ҡыҙҙан тыуған зат нисек тәҡүә булһын?
Үлән етерлек булғанда, баҡырырмы ишәк? Үгеҙ мөңрәрме утлыҡсаһында аҙыҡ булһа?
Аҡыллы баштарҙы үҙҙәренең хәйләһенә эләктерә, Хәйләкәрҙәрҙең мутлығына сик ҡуя.
Раббыға өмөт бағлаған, Тәкәбберҙәргә йөҙ тотмаған, Ялғанға эйәргәндәр менән ҡатнашмаған Кеше ни тиклем бәхетле!
Күңелемдә йәшермәнем хаҡлығыңды, Тоғролоғоң, ҡотҡарыуың хаҡында һөйләнем, Тоғролоҡ менән мөхәббәтеңде Бөйөк йыйындан мин йәшермәнем.
Ҡылған ғәмәлдәрең быуындан-быуынға маҡталыр, Ҡөҙрәтле эштәреңде һөйләп туя алмаҫтар.
– Буш мәшәҡәт, – тине Вәғәзсе, – бөтәһе лә буш мәшәҡәт кенә!
Йөрәгеңдән ҡайғы-хәүефтәрҙе ҡыу; тәнеңдән сир-ғазапты алып ташла, сөнки йәшлек һәм ҡара сәстәр ел һымаҡ тиҙ үтеп китә.