18 Ниңә Һин мине әсәм ҡарынынан сығарҙың? Бер кем күрмәҫ борон үлер инем!
Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә. Әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.
Ҡайғы миңә! Ни тип әсәм мине тыуҙырҙы икән? Мин бөтә ил менән талашып, тартышып йәшәйем. Бер кемгә лә бурысҡа бирмәнем, Бер кемдән дә бурысҡа алманым, Әммә барыһы миңә ҡарғыш яуҙыра.
Ә кеше үлә лә, юҡҡа сыға; Һуңғы һулышын ала ла – ҡайҙа ул?
Ә яуыздарҙың күҙҙәре томаланыр, Ҡасып ҡотолор ерҙәре булмаҫ. Аҡтыҡ өмөттәре – һуңғы тапҡыр һулыш алыу булыр».
Әйтерһең, бөтөнләй булмағандай, Әсә ҡарынынан туп-тура ҡәбергә күсер инем!
Әммә йөҙөмдө ҡаплаған дөм ҡараңғылыҡ Минең ауыҙымды яба алмаҫ.
Хакимлығы яңы сабылған болонға яуған ямғыр, Тупраҡты һуғарған көслө ямғыр һымаҡ булһын!