Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 1:17 - Изге Яҙма

17 Ул ошоларҙы әйтеп тә өлгөрмәне, йәнә бер сапҡын килеп, былай тине: – Өс яҡтан халдейҙар һөжүм итеп, дөйәләрҙе ҡыуып алып китте, хеҙмәтселәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 1:17
8 Referencias Cruzadas  

Һаран атаһы Терах иҫән саҡта уҡ тыуған ерендә, халдейҙарҙың Ур ҡалаһында, вафат булды.


Башҡаларҙың ил-йорттарын баҫып алыр өсөн Донъяның дүрт тарафын айҡап сапҡан Аяуһыҙ һәм етеҙ ҡәүем халдейҙарҙы күтәрәм.


Ана, халдейҙар иленә ҡара: Ул халыҡ башҡа юҡ инде! Ашшур, ҡамау манаралары ҡороп, Уларҙың нығытмаларын емерҙе, Илде харабаға әйләндерҙе, Ерҙе ҡырағай хайуандарға бирҙе.


Ҡапыл шевалар һөжүм итеп, бөтә малдарҙы ҡыуып алып китте, ә хеҙмәтселәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡасып ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем, – тине.


Ул, Дауыт янына килеп, ергә ҡапланды. Дауыт унан: – Ҡайҙан киләһең? – тип һораны. – Мин Исраил ғәскәре тупламынан ҡасып киләм, – тине теге.


Терах халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан Ҡәнғән еренә күсеп китте. Үҙе менән улы Ибрамды, ейәне Лутты, Һарандың улын, Ибрамдың ҡатынын – килене Сараяны алды. Харанға еткәс, шунда төпләнеп ҡалдылар.


Ул ошоларҙы әйтеп тә өлгөрмәне, йәнә бер сапҡын килеп, былай тине: – Улдарың менән ҡыҙҙарың өлкән ағаларының өйөндә һыйланып, шарап эсеп ултыра ине.


Бабилдар менән бөтә халдейҙарҙы, Пеҡод, Шоағ һәм Ҡоағ халҡын, барлыҡ ашшурҙарҙы, матур егеттәрҙе – улар барыһы ла түрәләр, етәкселәр, ғәскәр башлыҡтары, мәшһүр әҙәмдәр, атлылар – һиңә ҡаршы күтәрәсәкмен.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios