16 Түшәгемә парсалы мысыр туҡымалары йәйҙем.
Етен тылҡыусылар өмөтһөҙлөккә төшөр, Туҡыусылар ағарынып ҡатыр.
Елкәндәрең Мысырҙың нағышлы нәфис етененән ине, Улар һиңә байраҡ булып хеҙмәт итте. Япмаларың Әлиша ярҙарынанкилтерелгән Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл туҡыманан булды.
Инде Мин уны ҡаты ауырыу түшәгенә һалырмын, ә уның менән зина ҡылыусыларҙы, ҡылыҡтарынан баш тартмаһалар, ҙур ҡайғыға дусар итермен.
Өйөбөҙҙөң түшәме – кедрҙар, Диуарҙары иһә – кипаристар.
Үҙенә келәмдәр һуға, кейгәндәре – нәфис етен, ҡарағусҡыл ҡыҙыл йөндән.
Аттарҙы Сөләймәнгә Мысырҙан һәм Ҡәүиҙән килтерҙеләр. Батша сауҙагәрҙәре уларҙы Ҡәүиҙән аҡсаға һатып алды.
Шуға күрә һине күрергә тип ҡаршы сыҡтым, һине эҙләгәйнем, бына, таптым.