Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 6:19 - Изге Яҙма

19 тын алған һайын алдашҡан ялған шаһит, ағай-эненең араһын бутаған зат.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

19 тын алған һайын алдашҡан ялған шаһит, ағай-эненең араһын бутаған зат.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 тын алған һайын алдашҡан ялған шаһит, ағай-эненең араһын бутаған зат.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 6:19
24 Referencias Cruzadas  

Ялған шаһит язаһыҙ ҡалмаҫ, алдаҡ һөйләгән ҡотола алмаҫ.


Йөрәгендә уның һәр саҡ мәкер, һәр ваҡыт боҙоҡлоҡ уйлап йөрөй, ҡайҙа барһа ла, тауыш сығара.


Хаҡлыҡ орлоҡтары тыныслыҡта сәселә һәм был орлоҡтар тыныслыҡ таратыусыларға уңыш килтерә.


Ялған шаһит язаһыҙ ҡалмаҫ, алдаҡ һөйләгән һәләк булыр.


Яҡынына ялған шаһитлыҡ ҡылған кеше Суҡмар, ҡылыс һәм үткер уҡ кеүек.


Утын бөтһә, усаҡта ут һүнә; ғәйбәтсе булмаған ерҙә ғауға тына.


Әҙәпһеҙҙе ҡыуып ебәр – ыҙғыш китер, янъял менән талаш тыныр.


Наҙан кешеләрҙең аҡылһыҙ бәхәстәренән ситтә тор, уларҙың талаш ҡына тыуҙырыуҙарын беләһең.


Кәңәшмәлә ялған шаһиттарға һүҙ бирелде. – Был кеше ошо изге урынға һәм ҡанунға ҡаршы көфөр һөйләүҙән туҡтамай, – тине улар. –


Мәкерле янъял тыуҙыра, ғәйбәтсе дуҫтарҙы айыра.


Намыҫлы шаһит дөрөҫөн һөйләр, ялған шаһиттың ауыҙынан алдаҡ ағылыр.


Баш ҡаһиндар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлем язаһына тарттырыу өсөн, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ эҙләне.


Сөнки яуыз уйҙар, кеше үлтереү, зина ҡылыу, фәхешлек итеү, урлашыу, ялған шаһитлыҡ биреү, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең күңеленән сыға.


Һине танығандарға – мөхәббәтеңде, Саф йөрәклеләргә тоғролоғоңдо күрһәт.


Ялған хәбәр таратма. Хөкөм иткәндә, ялған шаһитлыҡ биреп, яман кешене яҡлама.


Яҡыныңа ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылма.


Ышаныслы шаһит ялғанламаҫ, ялған шаһиттың ауыҙынан алдаҡ ағылыр.


Ялған шаһит һәләк булыр, үҙе ишеткәнде һөйләүсенең һүҙе дөрөҫкә сығыр.


Раббынан ҡурҡыу – яуызлыҡты нәфрәт итеү ул; тәкәбберлек һәм әрһеҙлек, золом юлы, ялған һөйләү – мин күрә алмаған сифаттар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios