Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 6:12 - Изге Яҙма

12 Йүнһеҙ әҙәм, яман кеше ауыҙынан ялған һибә;

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Йүнһеҙ әҙәм, яман кеше ауыҙынан ялған һибә;

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Йүнһеҙ әҙәм, яман кеше ауыҙынан ялған һибә;

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 6:12
26 Referencias Cruzadas  

Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Яуыз була тороп, һеҙ нисек яҡшы һүҙ һөйләй алаһығыҙ? Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була.


Йүнһеҙ әҙәм боҙоҡлоҡҡа шәп, теле, гүйә, ялмар ялҡын.


Телеңде һин ялған һөйләүҙән тый, мәкерҙе ауыҙыңдан ҡыу;


Өҫтәүенә, ялҡаулыҡҡа һалышҡанлыҡтан, өйҙән-өйгә йөрөргә әүәҫләнеп китә һәм, ялҡаулыҡтан тыш, ғәйбәт тарата, кеше эшенә ҡыҫыла, тейешһеҙ хәбәр һөйләй.


Хатта һеҙҙең арағыҙҙан да, шәкерттәрҙе үҙҙәренең арттарынан эйәртеп алып китеү өсөн, хәҡиҡәтте боҙоп күрһәтеүселәр сығасаҡ.


Яман әҙәм яуыздар һүҙенә ҡолаҡ һала, алдаҡсы әҙәм ғәйбәтселәргә эйәрә.


Раббынан ҡурҡыу – яуызлыҡты нәфрәт итеү ул; тәкәбберлек һәм әрһеҙлек, золом юлы, ялған һөйләү – мин күрә алмаған сифаттар.


Һөйөклөләрең ҡотолһон тиһәң, Уң ҡулың менән йолоп ал беҙҙе, Беҙгә яуап ҡайтар!


Тел дә – ут. Тәнебеҙҙең ағзалары араһында ул – яманлыҡ донъяһы. Йәһәннәм утынан тоҡанған был ут бөтә тәнебеҙҙе бысрата һәм бөтә тормошобоҙҙо ялҡынға сорнай.


Намыҫлыларҙы тәҡүәлеге ҡотҡарыр, мәкерлеләр яман ниәттәренең тоҙағына эләгер.


Йөрәгендә уның һәр саҡ мәкер, һәр ваҡыт боҙоҡлоҡ уйлап йөрөй, ҡайҙа барһа ла, тауыш сығара.


Улар һине яман юлдан, әхлаҡһыҙҙың ҡотҡоһонан ҡотҡарыр.


Һин Раббыға инан, яҡшылыҡ ҡыл; Ошо ерҙә төйәкләнеп, тоғролоҡта ғүмер кисер.


Раббы ғәҙел, Ул ғәҙеллекте һөйөр. Намыҫлы әҙәм Уның йөҙөн күрер.


Нигеҙҙәр емерелгәндә Иманлылар нимә эшләй ала?» – тип әйтәһегеҙ.


Шуға күрә һәр төрлө әшәкелектән һәм яуызлыҡ ҡалдығынан ваз кисеп, йөрәктәрегеҙгә сәселгән Алла һүҙен баҫалҡылыҡ менән ҡабул итегеҙ; ул һүҙ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе ҡотҡарыр көскә эйә.


Кәрзиндәрҙең береһендә – иртә өлгөргән яҡшы инжир, икенсеһендә – ашарға ярамаҫлыҡ булып серегән насар инжирҙәр.


Өлкән ағаһы Әлиавтың, Дауыттың кешеләр менән һөйләшеп торғанын ишетеп, асыуы ҡабарҙы. – Нишләп килдең бында? Ҡырҙағы аҙ ғына ҡуйҙы кемгә ышанып ҡалдырҙың? Тәкәбберлегеңде, күңелеңдең боҙоҡлоғон беләм мин. Бында һин алыш ҡарарға килгәнһең, – тип әрләп ташланы.


Тәҡүәнең теле ләззәт килтерер, яуыздың ауыҙынан яманлыҡ сығыр.


Ҡайғылы көнөмдә йөҙөңдө йәшермә минән, Ҡолаҡ һал, саҡырғанымда йәһәтерәк яуап ҡайтар.


Сөнки Раббы мәкерле әҙәмдән екһенә, Ул намыҫлылар менән аралаша.


Күҙен ҡыҫҡан – яман ниәт ҡора, иренен ҡымтыған – яуызлыҡ ҡыла.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios