Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 4:13 - Изге Яҙма

13 Ошо нәсихәтте ныҡ тот, юл яҙлыҡма, һаҡла уны, сөнки ул – һинең тормошоң.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Ошо нәсихәтте ныҡ тот, юл яҙлыҡма, һаҡла уны, сөнки ул – һинең тормошоң.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Ошо нәсихәтте ныҡ тот, юл яҙлыҡма, һаҡла уны, сөнки ул – һинең тормошоң.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 4:13
20 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә, дөрөҫ йүнәлеште юғалтмаҫ өсөн, беҙ ишеткәндәребеҙгә айырыуса иғтибарлы булырға тейешбеҙ.


Аҡыл – уны ҡосаҡлап алғандар өсөн – тормош ағасы ул, уға һыйынғандар – бәхетле.


Хәҡиҡәт һатып ал, уны һатма, аҡыл, тәрбиә һәм ғилем йый.


Былар һеҙҙең өсөн буш һүҙ түгел, уларҙа – һеҙҙең тормошоғоҙ. Улар арҡаһында Иордан йылғаһын аша сығып биләйәсәк ерҙәрегеҙҙә оҙон-оҙаҡ йәшәрһегеҙ.


Аллананмы, түгелме икәнен белеү өсөн барыһын һынағыҙ, яҡшылыҡты тотоғоҙ.


Ул килеп, Алланың бындағы кешеләргә булған мәрхәмәтен күргәс, шатланды һәм бөтәһен дә Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.


Иман юлындағы кешеләр үҙҙәрен илселәрҙең тәғлимәтен өйрәнеүгә, аралашыуға, бергә икмәк бүлешеүгә, доғаға бағышланылар.


Шимғон Петрус: – Хакимым, беҙ кемгә барайыҡ? Мәңгелек тормош һүҙҙәре – Һиндә бит.


Имандаштарыбыҙ уны Бәрәс ҡаны, Уның хаҡындағы шаһитлыҡ һүҙҙәре менән еңде, хатта үлемдән дә ҡурҡманылар, үҙҙәренең йәндәрен аяманылар.


Һинең ҡайҙа йәшәүеңде беләм – унда Иблис тәхете тора. Һин Миңә булған иманыңда ныҡ тораһың. Һеҙҙә, Иблис йәшәгән ерҙә, тоғро шаһитым Антипас үлтерелгән көндәрҙә лә Миңә булған иманыңдан ваз кисмәнең.


Улар янынан китеүем булды, Йән һөйгәнемде мин таптым. Ҡосаҡлап алдым да ебәрмәнем; Уны әсәйем өйөнә, Мине тапҡан әсәм бүлмәһенә алып ҡайттым.


Көмөш нисек кешене һаҡлаһа, Аҡыл да шулай уҡ һаҡлай; Бына ғилемдең файҙаһы: Аҡыл эйәһенең ғүмерен һаҡлай.


Шулай итһәң, улар һинең йәнең өсөн – йәшәү, муйыныңа аҫыл мунсаҡ булыр.


– Ебәр мине. Таң атты инде. – Миңә фатихаңды бирмәйенсә, ебәрмәйем, – тине Яҡуп.


Бары тик Рух ҡына йәшәү бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм йәшәү бирә.


Сөнки бойороҡ шәм һымаҡ, өгөт-нәсихәт иһә – нур, шелтә менән тәртип – тормошҡа юл.


Мине тапҡан кеше йәшәү таба, Раббының илтифатын ҡаҙана.


Нәсихәтте үҙ итеү – тормошҡа юл, шелтәне үҙһенмәгән – юлдан аҙашыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios