Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 30:3 - Изге Яҙма

3 Мин зирәклеккә өйрәнмәнем, Изге Затты белмәгәнмен.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Мин зирәклеккә өйрәнмәнем, изге Затты белмәгәнмен.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Мин зирәклеккә өйрәнмәнем, Изге Затты белмәгәнмен.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 30:3
15 Referencias Cruzadas  

Филаделфеялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ҡулында Дауыт асҡысы булған Изге һәм Хаҡ Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:


Алланың байлығы сикһеҙ, хикмәте һәм ғилеме төпһөҙ! Уның хөкөмдәре аҡыл етмәҫлек, юлдары аңламаҫлыҡ!


Раббынан ҡурҡыу – аҡылдың башы, мөҡәддәс Алланы белеү – зирәклек!


Һәр йән эйәһенең дә алтышар ҡанаты бар, бөтә яғынан да – эсенән дә, тышынан да күҙҙәр менән ҡапланған. Улар көнөн дә, төнөн дә тынғы белмәй: – Мөҡәддәс, мөҡәддәс, мөҡәддәс! Булған, Бар һәм Киләсәк сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! – тип ҡабатлай.


Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.


– Йона улы Шимғон, һин бәхетле, сөнки быны һиңә кеше түгел, ә Минең күктәге Атам асып бирҙе, – тине Ғайса. –


Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улды Атанан башҡа һис кем белмәй, шулай уҡ Атаны ла Улынан һәм Улы Уның тураһында белдерергә теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.


Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.


Был юлдан ҡайырылығыҙ, Һуҡмаҡтан ситкә сығығыҙ, Исраилдың Изгеһен иҫебеҙгә төшөрмәгеҙ».


Күҙҙәре күрмәһен, ҡолаҡтары ишетмәһен, Аҡылдары аңламаһын, Миңә боролоп, шифа тапмаһындар өсөн Был халыҡтың аҡылын томала, Ҡолаҡтарын һаңғыраулат, Күҙҙәрен йомдор.


Бер-береһенә былай тип өндәшәләр: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы мөҡәддәс, мөҡәддәс, мөҡәддәс! Бөтөн ер йөҙө Уның шөһрәте менән тулған!»


Кем күктәргә ашып, ергә төштө? Елде кем усына йыйҙы? Кем һыуҙы итәгенә төйнәне? Ерҙең сиктәрен кем билдәләне? Исеме кем? Улының исеме кем? Әгәр белһәң, һөйлә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios