Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 3:18 - Изге Яҙма

18 Аҡыл – уны ҡосаҡлап алғандар өсөн – тормош ағасы ул, уға һыйынғандар – бәхетле.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Аҡыл – уны ҡосаҡлап алғандар өсөн – тормош ағасы ул, Уға һыйынғандар – бәхетле.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 Аҡыл – уны ҡосаҡлап алғандар өсөн – тормош ағасы ул, уға һыйынғандар – бәхетле.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 3:18
11 Referencias Cruzadas  

Раббы Алла баҡсала тәмле емеш биргән төрлө-төрлө матур ағастар үҫтерҙе, ә баҡса уртаһында тормош ағасы һәм яҡшылыҡ менән яуызлыҡты танып-белеү ағасы бар ине.


Шунан Раббы Алла былай тине: – Бына Әҙәм, яҡшылыҡ менән яманлыҡты белеп, беҙҙең беребеҙ кеүек булды. Инде тереклек ағасының емешен өҙөп ашап, үлемһеҙ ҙә булып ҡуймаһын тағы!


Тәҡүәлек емешенән тормош ағасы үҫеп сыға, аҡыл эйәһе кеше күңелен йәлеп итә.


Оҙаҡ бойомға ашмаған өмөт – йөрәк әрнеүе, ә ғәмәлгә ашҡаны – тормош ағасы.


Шифалы һүҙ – тормош ағасы, хәйләле һүҙ – рухты емерә.


Ошо нәсихәтте ныҡ тот, юл яҙлыҡма, һаҡла уны, сөнки ул – һинең тормошоң.


Ә хәҙер мине тыңлағыҙ, балалар: минең юлдан барыусылар бәхетле.


Мине тыңлап, көн һайын ҡапҡам төбәндә уяу торғандар, ишегемдән күҙен алмағандар бәхетле.


Көмөш нисек кешене һаҡлаһа, Аҡыл да шулай уҡ һаҡлай; Бына ғилемдең файҙаһы: Аҡыл эйәһенең ғүмерен һаҡлай.


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кешегә Мин Алла ожмахында булған тормош ағасынан ауыҙ итергә мөмкинлек бирермен».


Ул йылға урамдың уртаһынан аға, йылғаның ике ярында ла йылына ун ике тапҡыр, йәғни ай һайын үҙ емешен биреп торған тормош ағасы бар. Ағас япраҡтары – халыҡтарҙы һауыҡтырыу өсөн.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios