Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 24:9 - Изге Яҙма

9 Ахмаҡлыҡ менән ҡоролған ниәт – гонаһ, башҡаларҙы мәсхәрәләүсегә ерәнеп ҡарарҙар.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Ахмаҡлыҡ менән ҡоролған ниәт – гонаһ, башҡаларҙы мәсхәрәләүсегә ерәнеп ҡарарҙар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Ахмаҡлыҡ менән ҡоролған ниәт – гонаһ, башҡаларҙы мәсхәрәләүсегә ерәнеп ҡарарҙар.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 24:9
16 Referencias Cruzadas  

Сөнки яуыз уйҙар, кеше үлтереү, зина ҡылыу, фәхешлек итеү, урлашыу, ялған шаһитлыҡ биреү, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең күңеленән сыға.


Алланы танып белеүгә ҡаршы тәкәббер рәүештә күтәрелгән төрлө ҡаршылыҡтарҙы емерәбеҙ һәм һәр төрлө уй-ниәтте эләктереп алып, Мәсихкә буйһондорабыҙ.


Яман әҙәм ҡыуған юлын, Залим яуыз уйын ташлаһын; Раббыға әйләнеп ҡайтһын – Ул мәрхәмәтен күрһәтер; Беҙҙең Аллабыҙға килһен – Ул ярлыҡауға бик йомарт.


Шуға күрә был яуызлығыңдан тәүбә ит һәм Раббыға доға ҡыл, бәлки, күңелеңдәге яуыз уйың ғәфү ителер.


Уларҙың нимә уйлағанын белгән Ғайса: – Ниңә һеҙ шулай насар уйлайһығыҙ? – тип һораны.


Тотанаҡһыҙ әҙәмдәр ҡалала бола сығарыр, аҡыллылар ярһыуҙы баҫыр.


Золом ниәтләгәнде залим тиерҙәр.


Ә Мин һеҙгә әйтәм: ҡатын-ҡыҙға енси теләк менән ҡараған кеше күңелендә уның менән инде зина ҡылған була.


«Эй Йәрүсәлим, ҡотолор өсөн, Күңелеңдән яуызлыҡты йыуып ташла. Ҡасанғаса булмышыңда боҙоҡ ниәтте һаҡларһың?


Раббы күрҙе: ер йөҙөндә кешеләр бик ныҡ аҙған – уларҙың бөтә уй-ниәте һәр саҡ яуызлыҡта.


сөнки эстән ул үҙ файҙаһын иҫәпләй, «Аша ла эс», – тиер һиңә, тик күңеле менән һинең янда булмаҫ.


Әҙәпһеҙҙе ҡыуып ебәр – ыҙғыш китер, янъял менән талаш тыныр.


Раббы, ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм.


Мыҫҡыл итеүсене төҙәтһәң – хурланырһың, яманды шелтәләһәң – үҙеңде мәсхәрәләр.


Тәкәббер, эре әҙәм – исеме уның «хаяһыҙ», үҙен башҡаларҙан үтә өҫтөн тотор.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios