18 Сөнки алда киләсәк бар, өмөтөң бушҡа сыҡмаҫ.
Шуға ла ҡыйыулыҡты ситкә алып ташламағыҙ, һеҙ йомарт бүләкләнәсәкһегеҙ.
Яуыздар – Алланы онотҡан бар ҡәүемдәр – Үлеләр донъяһына китер…
Сөнки һеҙҙең турала нимә ниәт иткәнемде бары Үҙем генә беләм, – тип белдерә Раббы. – Ниәттәрем һеҙгә бәлә түгел, ә именлек алып килә, һеҙгә матур киләсәк менән өмөт бирә.
Күңелеңә аҡыл тигәнең дә шулай, уны эҙләп таптыңмы – һөҙөмтәһе лә булыр, өмөттәрең һинең бушҡа китмәҫ.
Бер ниндәй хәл дә мине хурлыҡҡа төшөрә алмауына, һәр ваҡыттағыса хәҙер ҙә ҡыйыу булырыма һәм, йәшәйемме мин, үләмме, Мәсихте бөтә йәнем-тәнем менән данларыма өмөтләнәм һәм ашҡынып көтәм.
барыбер ямандарҙың киләсәге юҡ, намыҫһыҙҙың сырағы тиҙ һүнә.
Әммә Ибраһим уға: «Улым! Иҫеңә төшөр, һин үҙ ғүмереңдә бар рәхәтлекте татының, ә Әлғазар михнәт сикте. Хәҙер иһә ул бында йыуаныс күрә, ә һин ғазап сигәһең, – тигән. –
Тоғро мөхәббәтең менән, Аллам, мине етәкләрһең! Дошмандарымдың тәҡдирен күрһәтерһең.