4 Барлыҡ дуҫтарҙы арттыра, юҡлыҡ дуҫтарҙы айыра.
Ярлыны яҡындары ла ят күрә, байҙың дуҫтары күп була.
Байға байлығы – ныҡлы ҡәлғә, ярлыға фәҡирлеге – оло бәлә.
Ялған шаһит язаһыҙ ҡалмаҫ, алдаҡ һөйләгән ҡотола алмаҫ.