9 Эшендә ялҡау булған кеше – емереүсенең туғаны.
Ялҡау ҡулдар бөлгөнгә төшөрөр, тырыш ҡулдар байлыҡ килтерер.
Ялҡау булмағыҙ, ә иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде алыусылар өлгөһөнә эйәрегеҙ.
Тырышлығығыҙҙы һүлпәнәйтмәгеҙ, Изге Рух менән янып тороғоҙ, Раббыға хеҙмәт итегеҙ.
Хужаһы иһә уға былай тип яуап ҡайтарған: «Булдыҡһыҙ, ялҡау хеҙмәтсе! Сәсмәгән ерҙә урыуымды, һипмәгән ерҙә йыйыуымды белгәс,
«Гонаһ түгел», – тип ата-әсәһен талаған әҙәм юлбаҫарға бәрәбәр.
Хәҙер мин сүл бүреләренә туған, Дөйәғоштарға дуҫ булып ҡалдым.
Ғәйбәтсенең һүҙе – тәмле тәғәм, кешенең эс-бауырына үтеп инә.
Ялҡау йоҡоға туймаҫ, эшлекһеҙҙең ашы булмаҫ.