Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 17:11 - Изге Яҙма

11 Ғауғасыға янъял ғына булһын, шуға күрә уға илсенең иң аяуһыҙы күндерелер.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Ғауғасыға янъял ғына булһын, шуға күрә уға илсенең иң аяуһыҙы күндерелер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Ғауғасыға янъял ғына булһын, шуға күрә уға илсенең иң аяуһыҙы күндерелер.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 17:11
15 Referencias Cruzadas  

Шунан Йоавтың ун ҡорал йөрөтөүсеһе Авшаломды уратып алып үлтереп ҡуйҙы.


Батша Йеһоядағ улы Бенаяһҡа әмер бирҙе. Ул барып Шимғиҙе үлтерҙе. Шулай итеп, Сөләймән батшалыҡты ныҡлап үҙ ҡулына алды.


Ә инде үҙҙәренә батша булыуымды теләмәгән дошмандарымды бында алып килегеҙ һәм күҙ алдымда үлтерегеҙ», – тип яуаплаған.


Батша, ярһып, үлтереүселәрҙе юҡ итергә, ҡалаларын яндырырға әмер биреп, ғәскәрен ебәргән.


– Уларҙы яуызлыҡтары өсөн ҡот осҡос үлемгә дусар итер һәм баҡсаны башҡа йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға бирер. Улары хужаға тейешле өлөштө ваҡытында биреп барыр, – тип яуап ҡайтарҙы баш ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар.


– Үҙе нисек әйткән, шулай эшлә, – тине батша. – Үлтер ҙә күм. Йоав түккән ғәйепһеҙ ҡандың ҡоһорон минән һәм атам нәҫеленән алып ташла.


Шунан ҡатын, ҡала халҡына мөрәжәғәт итеп, үҙенең аҡыллы кәңәшен бирҙе. Бихри улы Шевағтың башын киҫеп, Йоавҡа ырғыттылар. Шунан һуң Йоав мөгөҙ ҡысҡыртты ла һуғышсылар ҡаланы ташлап, өйҙәренә таралышты. Йоав иһә Йәрүсәлимгә батша янына ҡайтты.


Шунда осраҡлы рәүештә бер йүнһеҙ әҙәм – Бинйәмин ырыуынан Бихри улы Шевағ килеп эләккән була. Шул кеше, борғо ҡысҡыртып, халыҡты йыйҙы ла: – Дауытта беҙҙең өсөн өлөш юҡ, Ишай улында биләмә юҡ беҙгә. Эй исраилдар, һәр кем үҙ өйөнә ҡайтһын әйҙә, – тип ҡысҡырҙы.


Садоҡ улы Ахимағас Йоавҡа: – Йүгереп барып, батшаға: «Раббы һине Үҙ хөкөмө менән дошманыңдан ҡотҡарҙы», – тип хәбәр итәйем, – тине.


Ҡорбан килтереү йолаһын атҡарыу өсөн Авшалом, кеше ебәреп, Дауыттың кәңәшсеһен, Гило ҡалаһы кешеһе Ахиҫофелды, алдыртты. Шулай итеп, Авшалом ойошторған фетнә киңәйә-көсәйә барып, уның эргәһенә яңынан-яңы кешеләр ағылды.


Белеклегә шелтә лә һабаҡ, ахмаҡҡа йөҙ туҡмаҡтың да файҙаһы юҡ.


Ҡоторонған ахмаҡҡа ҡарағанда, балаһын юғалтҡан инә айыуға осрауың хәйерлерәк.


Раббынан ҡурҡ, улым, батшанан ҡурҡ, фетнәселәр менән аралашма;


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios