Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 16:21 - Изге Яҙма

21 Күңеле зирәк кешене һиҙгер тиерҙәр, һүҙе яғымлы кеше ғилемен арттырыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

21 Күңеле зирәк кешене һиҙгер тиерҙәр, һүҙе яғымлы кеше ғилемен арттырыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 Күңеле зирәк кешене һиҙгер тиерҙәр, һүҙе яғымлы кеше ғилемен арттырыр.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 16:21
18 Referencias Cruzadas  

Хәлдән тайғанға һүҙем менән таяныс булһын тип, Раббы Хаким миңә аҡыл эйәләренең телен бирҙе. Мин уҡыусы һымаҡ тыңлаһын тип, Һәр иртә һайын ҡолағымды уята.


Аҡыллының теле ғилем тарата, ахмаҡтың күңелендә ғилемгә урын юҡ.


Еҫле май һәм хуш еҫтәр йөрәккә ләззәт бирә, дуҫтың ихлас кәңәше күңелгә рәхәт.


Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, аҙаҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ихлас.


– Ул Кеше кеүек берәүҙең дә һөйләгәне юҡ, – тип яуап бирҙе һаҡсылар.


Барыһы ла Уны маҡтаны һәм Уның мәрхәмәтле һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиештеләр.


Вәғәзсе, тапҡыр һүҙҙәр табып, хәҡиҡәт һүҙҙәрен дөрөҫ итеп яҙып ҡалдырҙы.


Улым, йөрәгеңдә аҡылың булһа, минең йөрәгем дә шатланыр.


Аҡыллы кеше өгөттө ҡабул итер, ахмаҡты теле бәләгә илтер.


Алла – беҙҙең һыйыныр ышығыбыҙ һәм ҡеүәтебеҙ, Бәләгә ҡалғанда ярҙамсыбыҙ.


Шуға күрә теләгеңде үтәйем: һиңә зирәк зиһен һәм аңлау ҡеүәһе бирәм. Һиндәй аҡыллының быға тиклем дә булғаны юҡ, бынан һуң да булмаҫ.


Һеҙҙең Һөйөнөслө Хәбәр буйынса йәшәүегеҙ һәммәһенә лә мәғлүм. Шуға күрә мин һеҙҙең өсөн шатланам һәм яҡшылыҡҡа ҡарата зирәк, яманлыҡҡа килгәндә хәйләһеҙ булыуығыҙҙы теләйем.


Бынан һуң Ғайса: – Эй Атам, күк менән ерҙең Хужаһы! – тине. – Быларҙы зирәктәрҙән һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һиңә шөкөрана ҡылам!


Зиһене бар кеше өсөн аҡыл – тормош шишмәһе, ахмаҡҡа иһә ахмаҡлығы – яза.


Әфраим әйтер: „Боттарҙың миңә ни кәрәге бар?“ Мин яуап ҡайтарырмын, уға ҡарармын: „Мин – мәңге йәшел кипарис һымаҡмын. Һинең бөтә емештәрең – Минән“».


Зирәктең ауыҙынан хикмәт сығыр, аҡылһыҙҙың арҡаһына һуйыл төшөр.


Ахмаҡ боҙоҡлоҡтан ләззәт таба, зирәкте – аҡыл шатландыра.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios