Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 15:5 - Изге Яҙма

5 Алйот атаһының өгөт-нәсихәтен эшкә һанамаҫ; өгөттө ҡолағына киртеп ҡуйған иһә аҡыллы.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Алйот атаһының өгөт-нәсихәтен эшкә һанамаҫ; өгөттө ҡолағына киртеп ҡуйған иһә аҡыллы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Алйот атаһының өгөт-нәсихәтен эшкә һанамаҫ; өгөттө ҡолағына киртеп ҡуйған иһә аҡыллы.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 15:5
19 Referencias Cruzadas  

Нәсихәткә ҡолаҡ һалмаған малһыҙ-данһыҙ ҡалыр, нәсихәтте үҙ иткән ҡәҙер-хөрмәт табыр.


Аҡыллы улан ата өгөтөн тыңлар, йүнһеҙ улан шелтәгә ҡолаҡ һалмаҫ.


Кәңәш тыңла, өгөт-нәсихәткә ҡолаҡ һал, ахыр килеп аҡыллыраҡ булырһың.


Быларҙың барыһы тураһында һөйләгәндә, нәсихәт биргәндә һәм фашлағанда, хакимлыҡтың һәр төрөн файҙалан. Һине бер кем дә һанға һуҡмай тормаһын.


Ул дөрөҫ әйткән. Шуға күрә улар хаҡ иман тотһон, йәһүдтәрҙең уйҙырмаларына һәм дөрөҫлөктө кире ҡаҡҡандарҙың күрһәтмәләренә иғтибар бирмәһендәр өсөн, ҡәтғи тәнҡитлә.


Шунан һуң Дауыт улы Сөләймәнгә былай ти: – Ныҡ бул, ғәйрәтле бул, эшкә тотон! Ҡурҡма, баҙнатһыҙланма, сөнки Раббы Алла, минең Аллам – һинең менән, һин Раббы йорто өсөн кәрәк эштәрҙе эшләп бөткәнсе, Ул һинең менән булыр, һине яңғыҙ ҡалдырмаҫ.


Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.


Сөләймән батшаның хикмәтле һүҙҙәре. Аҡыллы улан – ата һөйөнөсө, ахмаҡ улан – әсә көйөнөсө.


Сөнки бойороҡ шәм һымаҡ, өгөт-нәсихәт иһә – нур, шелтә менән тәртип – тормошҡа юл.


Әгәр шелтәмә ҡолаҡ һалһағыҙ, рухымды өҫтөгөҙгә түгермен, әйтер һүҙҙәремде еткерермен.


Йә, Раббы, Һиңә ялбарып әйттем: «Һин – минең һыйынысым, Тереләр донъяһында насибым!»


Иғтибарлы ҡолаҡҡа аҡыллы кешенең шелтәһе алтын алҡа, саф алтын биҙәүес кеүек.


Шифалы һүҙ – тормош ағасы, хәйләле һүҙ – рухты емерә.


Тәҡүәнең өйө тулы хазиналыр, ямандың мал-мөлкәте бәлә килтерер.


Ғилемдең башы – Раббынан ҡурҡыу. Ахмаҡ ҡына аҡыл менән тәрбиәне һанға һуҡмай.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios