Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 13:18 - Изге Яҙма

18 Нәсихәткә ҡолаҡ һалмаған малһыҙ-данһыҙ ҡалыр, нәсихәтте үҙ иткән ҡәҙер-хөрмәт табыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Нәсихәткә ҡолаҡ һалмаған малһыҙ-данһыҙ ҡалыр, нәсихәтте үҙ иткән ҡәҙер-хөрмәт табыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 Нәсихәткә ҡолаҡ һалмаған малһыҙ-данһыҙ ҡалыр, нәсихәтте үҙ иткән ҡәҙер-хөрмәт табыр.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 13:18
15 Referencias Cruzadas  

Йә, Раббы, Һиңә ялбарып әйттем: «Һин – минең һыйынысым, Тереләр донъяһында насибым!»


Ғилем яратҡан нәсихәтте лә яратыр, шелтәне хуп күрмәгән – аңра ҡалыр.


Нәсихәтте һанға һуҡмаған – зыян күргән, бойороҡто тотҡан – бүләкләнгән.


Ғәмәлгә ашҡан теләк – күңелгә дауа, йүләргә яуызлығы менән хушлашыу – ҡот осҡос.


Яҡшы әҙәм туйғансы ашар, яман әҙәмдең ҡорһағы буш ҡалыр.


Алйот атаһының өгөт-нәсихәтен эшкә һанамаҫ; өгөттө ҡолағына киртеп ҡуйған иһә аҡыллы.


Түрә алдында күптәр ҡуштанлана, бүләк биреүсе әҙәм менән һәр кем дуҫ була.


Иғтибарлы ҡолаҡҡа аҡыллы кешенең шелтәһе алтын алҡа, саф алтын биҙәүес кеүек.


Аҡыллыға өгөт бирһәң – аҡылы артыр, иманлыны өйрәтһәң – ғилеме артыр.


Ахмаҡтың маҡтауын тыңлағансы, Аҡыллының битәрләүен ишетеү яҡшыраҡ.


Әйҙә, оятҡа батып ятайыҡ, Хурлығыбыҙ беҙгә юрған булһын. Сөнки беҙ ҙә, аталарыбыҙ ҙа Йәш сағыбыҙҙан әлегә саҡлы Аллабыҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ, Аллабыҙ Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалманыҡ».


Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios