Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 10:1 - Изге Яҙма

1 Сөләймән батшаның хикмәтле һүҙҙәре. Аҡыллы улан – ата һөйөнөсө, ахмаҡ улан – әсә көйөнөсө.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Сөләймән батшаның хикмәтле һүҙҙәре. Аҡыллы улан – ата һөйөнөсө, ахмаҡ улан – әсә көйөнөсө.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Сөләймән батшаның хикмәтле һүҙҙәре. Аҡыллы улан – ата һөйөнөсө, ахмаҡ улан – әсә көйөнөсө.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 10:1
16 Referencias Cruzadas  

Исраил батшаһы Сөләймән Дауыт улының хикмәттәре:


Аҡылды яратҡан улан атаһын шатландырыр, фәхишәләр менән сыуалған малын юғалтыр.


Ахмаҡ улан – атаға көйөнөс, уны тапҡан әсәгә – әрнеү.


Сыбыҡ менән өгөт аҡылға ултыртыр, үҙ яйына ҡуйылған бала әсәһенә хурлыҡ килтерер.


Аҡыллы ул – атаға һөйөнөс, ахмаҡ ул – әсәһен хурлар.


Ахмаҡ баланың ата-әсәһе башына ҡайғы алыр; алйот улдың атаһынан һөйөнөс ҡасыр.


Аҡылһыҙ улан – атаһына бәлә, мыжыҡ ҡатын – туҡтауһыҙ тамған һыу кеүек.


Вәғәзсе аҡыллы кеше ине. Ул үҙенең белгәндәрен башҡаларға өйрәтте, бик күп хикмәтле нәмәләр хаҡында фекер йөрөтөп, уларҙы тупланы.


Аҡыллы булырмы ул, әллә ахмаҡмы, кем белә? Ә бит ул минең был ҡояш аҫтында ауыр хеҙмәтем һәм аҡылым менән тапҡандарҙан файҙаланасаҡ. Был да – буш мәшәҡәт.


Былары ла Сөләймән батшаның хикмәттәре. Уларҙы Йәһүҙә батшаһы Хизкияһтың кешеләре йыйнап алып һаҡлаған.


Сөләймән өс мең мәҡәл яҙып ҡалдырҙы, мең дә биш йыр сығарҙы.


Аҡыллы улан ата өгөтөн тыңлар, йүнһеҙ улан шелтәгә ҡолаҡ һалмаҫ.


Аҡыллы бул, улым, йөрәгемә шатлыҡ килтер – мине ғәйепләгәндәргә ҡайтарып әйтер һүҙем булыр.


Балаңды тәрбиәлә – тыныс булырһың, ул һиңә ҡыуаныс килтерер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios