Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйтемдәре 1:31 - Изге Яҙма

31 эштәренең әсе емешен татыр, яман ниәттәре менән туйыныр улар.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

31 эштәренең әсе емешен татыр, яман ниәттәре менән туйыныр улар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

31 эштәренең әсе емешен татыр, яман ниәттәре менән туйыныр улар.

Ver Capítulo Copiar




Әйтемдәре 1:31
17 Referencias Cruzadas  

Аҙғын әҙәм үҙенең боҙоҡ юлының, яҡшы кеше игелегенең әжерен күрер.


Тыңла, ер йөҙө! Был халыҡҡа һәләкәт килтерәм – Яман ниәттәренең емеше был. Сөнки әйткәнемә ҡолаҡ һалманылар, Ҡанун-ҡағиҙәләремдән баш тарттылар.


Ғәҙелһеҙлек сәскән – бәлә урған, уның асыу ҡамсыһы юҡҡа сығыр.


Минең күреүемсә, золом һөрөп, Яуызлыҡ сәскән бәндәләр ҡаза ура.


Һине үҙ яуызлығың үҙе язалар, Хыянатың үҙе һине фашлар. Аллаң Раббыны ташлауыңдың, Минән ҡурҡа белмәүеңдең Ниндәй яман һәм аяныс икәнен күр ҙә аңла, – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Яман кеше үҙ яуызлығының ауына эләгә, гонаһтарының тоҙағына бәйләнә,


тәрбиәһеҙлеге арҡаһында харап була, аҙғын ахмаҡлығы башына етә.


Мине ысҡындырған үҙенә зыян ҡыла, мине күрә алмағандар үлемде үҙ итә».


Кеше үҙ һүҙенең емештәре менән игелек табыр, хеҙмәте бүләк булып үҙенә әйләнеп ҡайтыр.


Кеше үҙ һүҙенең емештәре менән игелек табыр, мәкерленең күңеле тик золом теләр.


Мин дә Үҙ юлымды һайлайым: Уларҙы ғазапҡа дусар итәм, Ниҙән ҡурҡһалар, шуны баштарына ебәрәм. Сөнки Мин саҡырғанда яуап ҡайтарыусы булманы, Мин һөйләгәндә тыңламанылар, Мин яман һанағанды эшләнеләр, Мин хуп күрмәгәнде һайланылар».


Улар пәйғәмбәрлек иткән халыҡ та ҡылыс менән аслыҡтан үлер. Мәйеттәре Йәрүсәлим урамдарында аунап ятыр. Уларҙы ла, ҡатындарын да, улдарын-ҡыҙҙарын да ерләүсе булмаҫ. Ҡылған яуызлыҡтарын Мин үҙҙәренең баштарына килтерәм».


Һеҙҙе ҡылған ғәмәлдәрегеҙгә күрә язалаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Урманығыҙға Мин ут төртөрмөн, Ул бар тирә-яҡты яндырып юҡҡа сығарыр“».


Шуға күрә өҫтәренә асыуымды түгәсәкмен, ярһыуым менән яндырып юҡ итәсәкмен, ҡылғандарын үҙҙәренең баштарына төшөрәсәкмен», – тип белдерә Раббы Хаким.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios