Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ефестарға 4:15 - Изге Яҙма

15 Киреһенсә, хәҡиҡәт тураһында һөйөү менән һөйләп, Уға, тәндең башы булған Мәсихкә, ярашлы рәүештә һәр яҡтан үҫәйек.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

15 Киреһенсә, хәҡиҡәт тураһында һөйөү менән һөйләп, Уға, тәндең Башы булған Мәсихкә, ярашлы рәүештә һәр яҡтан үҫәйек.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 Киреһенсә, хәҡиҡәт тураһында һөйөү менән һөйләп, Уға, тәндең башы булған Мәсихкә, ярашлы рәүештә һәр яҡтан үҫәйек.

Ver Capítulo Copiar




Ефестарға 4:15
21 Referencias Cruzadas  

Балаларым, һүҙ һәм тел менән түгел, ғәмәлдәребеҙ менән ихлас яратайыҡ.


Беҙ бер тәндең ағзалары булғанға күрә, һәр кем, ялғанды кире ҡағып, үҙ яҡынына дөрөҫөн һөйләһен.


Былай итегеҙ: һәр кем үҙ яҡынына дөрөҫөн һөйләһен. Ҡала ҡапҡаһы янындағы майҙанда хөкөм ҡылғанда ғәҙеллеккә һәм именлеккә ынтылығыҙ.


Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе паклағыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!


Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих мәрхәмәтендә һәм Уны танып белеүҙә даими үҫегеҙ. Уға хәҙер һәм мәңгелек көнөндә лә дан булһын! Амин.


Был нигеҙ ташы бөтөн бинаны бергә ҡушып тора һәм бина, күтәрелә барып, Раббыла Изге йорт булып ҡалҡыр.


Алла бөтә нәмәне буйһондороп, Мәсихтең аяҡ аҫтына һалды, Уны бөтөн нәмәнән өҫтөн итеп, имандаштар берҙәмлегенә баш итеп ҡуйҙы.


Һеҙ ҙә, ышаныста үҫеп, ҡотолоуға өлгәшеү өсөн, яңы тыуған сабый һөт һораған кеүек, саф рухи һөткә ынтылығыҙ.


Мөхәббәтегеҙ саф күңелдән булһын, яманлыҡҡа – нәфрәтле, яҡшылыҡҡа тоғро булығыҙ.


Ғайса, Үҙенә табан килгән Наҫанаилды күреп, уның хаҡында: – Бына ысын Исраил кешеһе, ул алдаша белмәй, – тине.


сөнки Мәсих имандаштар берҙәмлегенең башы булған кеүек, ир – ҡатынының башы, Мәсих иһә – Үҙ тәне булған берҙәмлектең ҡотҡарыусыһы.


Уның урынына, хурлыҡлы йәшерен эштәрҙе кире ҡағып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең выждан хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ.


Лира ауаздары менән Раббыға шөкөр итегеҙ, Ун ҡыллы арфала Уны данлап көйләгеҙ.


Делила уға: – Нисек инде һин мине яратам тиһең, күңелең менән әллә ҡайҙаһың? Бына һин мине өс мәртәбә алданың, бындай ғәләмәт көсөңдөң сере нимәлә икәнен асманың, – тине.


Быны әмер итеп түгел, ә башҡаларҙың тырышлығы тураһында һөйләп, мөхәббәтегеҙҙең ихласлығын һынарға теләп әйтәм.


Һеҙҙең өсөн иһә, Минең исемемдән ҡурҡҡандар, ғәҙеллек ҡояшы ҡалҡыр. Уның нурҙарынан шифа алырһығыҙ. Шул сағында һеҙ аҙбарҙан сыҡҡан башмаҡтар шикелле һикерә-һикерә уйнаҡларһығыҙ.


Йәнә мин шуны белеүегеҙҙе теләйем: һәр ирҙең Башы – Мәсих, ҡатындың башы – ир, ә Мәсихтең Башы – Алла.


Алла алдында изге һәм кәмселекһеҙ булыуыбыҙ өсөн, донъя яратылғанға тиклем үк Ул беҙҙе Мәсихтә һайлап алды һәм, беҙгә булған мөхәббәте хаҡына,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios