Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ефестарға 2:5 - Изге Яҙма

5 беҙгә, яман эштәребеҙ арҡаһында үлеләргә, Мәсих менән бергә йәшәү бирҙе. Уның мәрхәмәте менән ҡотолдоғоҙ һеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

5 беҙҙе, яман эштәребеҙ арҡаһында үлеләрҙе, Мәсих менән бергә терелтте. Уның мәрхәмәте менән ҡотолдоғоҙ һеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 беҙгә, яман эштәребеҙ арҡаһында үлеләргә, Мәсих менән бергә йәшәү бирҙе. Уның мәрхәмәте менән ҡотолдоғоҙ һеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Ефестарға 2:5
20 Referencias Cruzadas  

Барыһы ла Алла мәрхәмәте менән үҙҙәрен гонаһтан йолоп алған Ғайса Мәсихтә Алланың аҡлауын бүләк итеп ала.


Алла мәрхәмәте менән иман аша ҡотолдоғоҙ. Был – һеҙҙең үҙегеҙҙән түгел, был – Алла бүләге.


Беҙ Алланың дошмандары булған сағыбыҙҙа, Алла Үҙ Улының үлеме аша беҙҙе Үҙе менән яраштырҙы. Беҙ инде Алла менән татыулашҡанбыҙ икән, әлбиттә, Уның Улының тормошо аша ҡотоласаҡбыҙ.


Алла иһә беҙгә Үҙ мөхәббәтен шулай иҫбат итте: беҙ гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ Мәсих беҙҙең өсөн үлде.


Ә бит беҙ ҙә, улар кеүек үк, Раббы Ғайса мәрхәмәте аша ҡотолоу алыуыбыҙға ышанабыҙ.


Һеҙ яман эштәрегеҙ һәм гонаһтарығыҙ арҡаһында үле инегеҙ,


сөнки йәшәү биреүсе Изге Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.


Алла тарафынан бөтә кешеләрҙе ҡотҡарыусы мәрхәмәт күрһәтелде.


ә яҡтылыҡта күренгән бар нәмә – үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә: «Йоҡоға талған кеше, уян һәм үленән терел! Мәсих һиңә нур сәсер!» – тип әйтелгән.


Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәтле бүләк булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә: ҡанундың үтәлеүенә өмөт бағлаусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иманлы булғандар өсөн дә ышаныслы. Изге Яҙмала: «Һине күп халыҡтарҙың атаһы иттем», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим – барыбыҙға ла ата. Ул үҙе ышанған Алла, үлеләрҙе терелткән, булмағанды бар ҡылған Алла алдында бөтәбеҙ өсөн дә ата.


беҙҙе ҡылған ғәҙел эштәребеҙ өсөн түгел, ә Үҙенең шәфҡәте арҡаһында ҡотҡарҙы, яңы тормош биргән һыу менән таҙарындырҙы, Изге Рух менән яңыртты.


Беҙ әле ярҙамға мохтаж булғанда, Алла билдәләгән бер ваҡытта Мәсих аллаһыҙҙар өсөн үлде.


Именлек Аллаһы тиҙҙән Иблисте аяҡтарығыҙ аҫтында иҙәсәк. Раббыбыҙ Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.


Бары тик Рух ҡына йәшәү бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм йәшәү бирә.


Ата, үлгәндәрҙе терелтеп, уларға ғүмер биргән кеүек, Улы ла кемгә теләй, шуға ғүмер бирә.


Раббы Ғайсаның мәрхәмәте барыһы менән булһын.


Минең улым үлгәйне – хәҙер терелде, юғалғайны – табылды», – тигән. Шунан улар күңел аса башлаған.


Һеҙ гонаһтарығыҙ һәм сөннәтле булмауығыҙ арҡаһында үле инегеҙ, ә Алла, бөтә гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡап, һеҙгә Мәсих менән бергә йәшәү бирҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios