Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ефестарға 1:9 - Изге Яҙма

9 Ул, Мәсихтә тормошҡа ашырырға ҡарар иткән изге ниәте буйынса, беҙгә Үҙ ихтыярының серен асты.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

9 Ул, Мәсих аша тормошҡа ашырырға ҡарар иткән ниәте буйынса, беҙгә Үҙ ихтыярының серен асты.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Ул, Мәсихтә тормошҡа ашырырға ҡарар иткән изге ниәте буйынса, беҙгә Үҙ ихтыярының серен асты.

Ver Capítulo Copiar




Ефестарға 1:9
28 Referencias Cruzadas  

Ул беҙҙе ҡылған эштәребеҙгә ҡарап түгел, ә Үҙенең ниәте һәм мәрхәмәте менән ҡотҡарҙы, изге тормошҡа саҡырҙы. Уның был мәрхәмәте донъя яратылғансы уҡ Ғайса Мәсихтә еткерелде.


Барыһын да Үҙ ниәте һәм ихтыяры менән эшләүсе Алла, Үҙенең маҡсаты буйынса алдан билдәләп, беҙҙе Мәсихтә Үҙе вәғәҙә иткәнде алыусылар итте.


Алла тарафынан баштан уҡ билдәләнгән был мәңгелек ниәт Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә тормошҡа ашырылды.


мин уны кешеләрҙән ҡабул итмәнем һәм уларҙан өйрәнмәнем, мин уны Ғайса Мәсихтән килгән асылыштан алдым.


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, дан менән күккә күтәреп алынды.


Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға – бөтә нәмә яҡшыға ғына.


Йәһүд булмағандар был һүҙҙәрҙе ишетеп ҡыуанды һәм Раббы һүҙен данланы. Мәңгелек тормош өсөн һайлап алынғандарҙың барыһы ла иманға килде.


– Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса. –


Улар Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың менән буласағы алдан билдәләнгән эште атҡарҙы.


Был Кеше Алланың ниәте һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырылғайны. Һеҙ Уны Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.


Ни өсөн Минең менән дәғүәләшәһегеҙ? Һәммәгеҙ ҙә Миңә ҡаршы баш күтәрҙе, – тип белдерә Раббы. –


Йәш арыҫландар ҙа табышһыҙ, ас ҡалыр; Ә Раббыны эҙләгәндәр Бер ниндәй яҡшылыҡтан да ҡоро ҡалмаҫ.


– Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алла Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләргә ерҙә именлек булһын!


Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡма! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.


Имандаштар, һеҙ эреләнеп китмәһен өсөн, был серҙең һеҙҙән йәшерен ҡалыуын теләмәйем. Йәһүд булмағандарҙың Алланы ҡабул иткән өлөшө тейешле һанға еткәнгә тиклем Исраилдың бер өлөшө тиҫкәреләнеүен дауам итер.


Алла Үҙенең зирәк аҡылы менән билдәләгәнсә, донъя үҙ аңы менән Уны танып белә алманы. Шуның өсөн Ул иман тотоусыларҙы ахмаҡлыҡ тип һаналған беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр аша ҡотҡарыуҙы яҡшы күрҙе.


Әммә әсәм ҡарынынан уҡ мине һайлап алған Алла, Үҙенең мәрхәмәте менән, Улын миңә күрһәтеп, йәһүд булмаған халыҡтар араһында Уның тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү өсөн саҡырып алған. Тик мин бер кеше менән дә кәңәшләшмәйенсә


Алла беҙгә был мәрхәмәтен бар зирәклек һәм аҡыл менән бергә мул итеп бирҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios