Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 7:19 - Изге Яҙма

19 Шунан мин дүртенсе януарҙың – бүтәндәренә оҡшамаған, сағыштырғыһыҙ ҡот осҡос, тимер тешле һәм баҡыр тырнаҡлы, бар нәмәне ялмап ашап, емереп, ҡалғанын аяҡтары менән тапап барған йән эйәһенең нимә аңлатҡанын белергә теләнем.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Шунан мин дүртенсе януарҙың – бүтәндәренә оҡшамаған сағыштырғыһыҙ ҡот осҡос, тимер тешле һәм баҡыр тырнаҡлы, бар нәмәне ялмап ашап, емереп барған, ҡалғанын аяҡтары менән тапаған йән эйәһенең нимә аңлатҡанын белергә теләнем.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Шунан мин дүртенсе януарҙың – бүтәндәренә оҡшамаған, сағыштырғыһыҙ ҡот осҡос, тимер тешле һәм баҡыр тырнаҡлы, бар нәмәне ялмап ашап, емереп, ҡалғанын аяҡтары менән тапап барған йән эйәһенең нимә аңлатҡанын белергә теләнем.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 7:19
4 Referencias Cruzadas  

Шулай уҡ башындағы ун мөгөҙө, йәнә өс мөгөҙө аҡтарылып төшкәндән һуң үҫеп сыҡҡан яңыһы менән ҡыҙыҡһындым; был яңы мөгөҙҙөң күҙҙәре менән тәкәббер һөйләшеүсән ауыҙы булып, үҙе башҡаларына ҡарағанда ҙурыраҡ булып күренә ине.


Артабан мин төнгө күренмешемдә дүртенсе януарҙы – ҡот осҡос, дәһшәтле, сағыштырғыһыҙ ҡеүәтле йән эйәһен күрҙем. Уның ауыҙында ҙур тимер тештәр булып, ул бар нәмәне ялмап ашап, емереп бара, ҡалғанын аяҡтары менән тапай. Ул әүәлге януарҙарҙың береһенә лә оҡшамағайны, башында ун мөгөҙө бар ине.


Мин был мөгөҙҙәргә текләп торған арала, улар араһында бәләкәс кенә тағы бер мөгөҙ үҫеп сыҡты ла элекке мөгөҙҙәрҙең өсәүһе уға урын бирер өсөн төбө-тамыры менән йолҡоноп алынды. Әлеге мөгөҙҙөң, кешенеке кеүек, күҙҙәре, тәкәббер һөйләшкән ауыҙы бар ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios