Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 6:1 - Изге Яҙма

1 Илгә идара итер өсөн мадай Дарий батшалыҡтың бөтә өлкәләренә йөҙ ҙә егерме идарасы тәғәйенләне.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Илгә идара итер өсөн Дарий батшалыҡтың бөтә өлкәләренә йөҙ ҙә егерме идарасы тәғәйенләне.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Илгә идара итер өсөн мадай Дарий батшалыҡтың бөтә өлкәләренә йөҙ ҙә егерме идарасы тәғәйенләне.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 6:1
9 Referencias Cruzadas  

Мадайҙан Дарий батшалыҡты үҙ ҡулына алды, уға был осорҙа алтмыш ике йәш ине.


Был ваҡиғалар Ахашверош батша – Һиндостандан алып Кушҡа тиклем йәйелгән йөҙ ҙә егерме ете өлкәгә хакимлыҡ иткән Ахашверош – заманында булды.


шулай уҡ енәйәтселәрҙе язаларға, изгелек ҡылыусыларҙы дәртләндерергә ебәрелгән идарасыларға буйһоноғоҙ.


Шунан батша бөтә һанаттарын, етәкселәрҙе, өлкә идарасыларын, кәңәшселәрҙе, ҡаҙнасыларҙы, хөкөмдарҙарҙы, вазифалы кешеләрҙе һәм барлыҡ өлкә хеҙмәткәрҙәрен ул, Навуходоносор батша, ҡуйҙырған һәйкәлде асыу тантанаһына саҡырҙы.


Улар өҫтөнән күҙ-ҡолаҡ булырға ул өс вәзирен ҡуйҙы. Батшаға бер ниндәй ҙә зыян-юғалтыу булмаһын өсөн идарасылар вәзирҙәргә иҫәп-хисап биреп торорға тейеш ине. Шул өс вәзирҙең береһе Даниил булды.


Ҡәүемдәрҙе – Мадай батшаларын, Өлкә, ҡалаларҙың башлыҡтарын, Уға буйһонған бөтә илдәрҙе Бабилға ҡаршы һуғышҡа әҙерләгеҙ!


Сығышы менән мадайҙарҙан булған Дарий Ахашверош улының халдейҙар батшаһы итеп ҡуйылыуының тәүге йылы.


Мадай батшаһы Дарий хакимлығының беренсе йылында иһә Михаилға мин таяныс һәм һаҡлаусы булғайным.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios