Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 12:13 - Изге Яҙма

13 Ә һин аҙаҡҡа тиклем үҙ юлың менән бар. Был донъянан китеп, ахыр заманаларҙа ҡабат терелгәс, насибыңды алырһың.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Ә һин аҙаҡҡа тиклем үҙ юлың менән бар. Был донъянан китеп ахыр заманаларҙа ҡабат терелгәс, насибыңды алырһың.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Ә һин аҙаҡҡа тиклем үҙ юлың менән бар. Был донъянан китеп, ахыр заманаларҙа ҡабат терелгәс, насибыңды алырһың.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 12:13
16 Referencias Cruzadas  

Мин күктән үҙемә өндәшкән тауышты ишеттем: – Яҙып ҡуй: «әлеге мәлдән башлап Раббыныҡы булып үлгәндәр бәхетле». Эйе, улар үҙҙәренең ауыр хеҙмәттәренән ял итһендәр, сөнки эштәре уларҙан ҡалмай арттарынан барасаҡ, – ти Рух.


Был донъяла беҙ йәшәгән тән ҡасан да булһа емереләсәк ҡыуышҡа оҡшаған. Был ҡыуыш емерелгәс, беҙгә Алла тарафынан күктәрҙә ҡул менән төҙөлмәгән мәңгелек торлаҡ биреләсәген беләбеҙ.


– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Әгәр Минең юлымдан йөрөһәң, ҡушҡандарымды теүәл үтәһәң, йортомда етәкселек итерһең, ихаталарымды ла һин ҡарарһың. Мин һиңә ошонда торғандар араһында йөрөргә хоҡуҡ бирермен.


Аҡыл эйәләре – ал таң нуры, Хаҡ юлға әйҙәүселәр йондоҙҙай, Мәңгелеккә, ғүмер баҡый балҡыр.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Исраилдың ун ике ырыуына идара итерһегеҙ.


Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек, Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ.


Аҙымдарым Һинең юлдан атлай, Тайпылыуҙы белмәй аяҡтарым.


ә һеҙгә, яфа сигеүселәргә, беҙҙең менән бергә тыныслыҡ бүләк итер. Был Раббы Ғайса күктән Үҙенең ҡеүәтле фәрештәләре менән ут ялҡынында килгәнендә һәм Алланы һанға һуҡмаған, Раббы Ғайса тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә ҡолаҡ һалмаған кешеләрҙе язаға тарттырғанында булыр.


Ямандар хөкөмдә аҡлана алмаҫ, Тәҡүәләр йыйынында гонаһлылар урын тапмаҫ.


Ә һин, Даниил, китапты мисәтләп ҡуй, был һүҙҙәрҙе ахыр көндәргә тиклем сер итеп һаҡла. Күп кешеләр шул ауыр осорҙоң асылына төшөнмәксе булып эҙләнеп йөрөр, яуызлыҡ ишәйер.


– Һинең менән Үҙем барам һәм һиңә тыныслыҡ бирәм, – тип яуапланы Раббы.


Миңә һөжүм иткән яуыздарҙан, Һырып алған үлемесле дошмандарҙан.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios