4 Әммә йәне булғанды, йәғни ҡанлы итте, ашамағыҙ.
Тик ҡан ашауҙан һаҡ бул. Ҡан ашама, сөнки ҡан ул – йән, ит менән бергә йән ашама.
Әммә ҡанын ашамағыҙ, уны һыу кеүек ергә ағыҙығыҙ.
Тик ҡан ашамағыҙ. Ҡанды һыу кеүек ергә ағыҙығыҙ.
Киреһенсә, беҙ уларға, ялған илаһтарға ҡорбанға килтерелеп хур ителгән нәмәләрҙән, енси аҙғынлыҡтан, быуып үлтерелгән хайуандың итенән һәм ҡандан тыйылығыҙ, тип яҙырға тейешбеҙ.
Ҡайҙа йәшәһәгеҙ ҙә, бер ниндәй ҡанды ла – ҡоштоҡон да, малдыҡын да – еймәгеҙ.
ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡтан, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуандың итенән һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылығыҙ. Үҙегеҙҙе ошо эштәрҙән һаҡлаһағыҙ, бик яҡшы булыр. Иҫән-һау булығыҙ!»
Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә был: эс майы ла, ҡан да ашамағыҙ.
Алла булдырған бөтә нәмә яҡшы һәм, әгәр рәхмәт менән ҡабул ителһә, бер нәмә лә кире ҡағылырға тейеш түгел,
Бер ниндәй итте лә ҡаны менән ашамағыҙ. Күрәҙәлек итмәгеҙ һәм сихыр менән булышмағыҙ.
Шунлыҡтан беҙ, барыбыҙҙың ризалығы менән бер нисә кешене һайлап, уларҙы һеҙҙең янға үҙ ғүмерҙәрен Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә бағышлаған, яратҡан имандаштарыбыҙ Барнабас һәм Паулус менән бергә ебәрергә булдыҡ.
Үҙ үлеме менән үлгән хайуанды ашамағыҙ, сөнки һеҙ – Аллағыҙ Раббының изге халҡы. Уны арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәргә бирә йәиһә сит ҡәүем кешеләренә һата алаһығыҙ. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермәгеҙ.
Шуға күрә халыҡ табышҡа ташланды. Ваҡ малмы ул, үгеҙме, быҙаумы – тотоп алалар ҙа ергә һалып боғаҙлайҙар һәм ҡанлы килеш ашайҙар.
Шуға күрә әйт уларға, Раббы Хаким былай ти: «Итте ҡаны менән ашайһығыҙ, боттарығыҙға табынаһығыҙ, ҡан түгәһегеҙ. Шунан һуң да ерҙе биләмә итеп алырға өмөтләнәһегеҙме?