Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 9:16 - Изге Яҙма

16 Болоттар араһында йәйғоромдо күргәс, ерҙә йәшәгән бөтә тере йән эйәләре менән мәңгелек килешеүем иҫкә төшөр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Болоттар араһында йәйғоромдо күргәс, ерҙә йәшәгән бөтә тере йән эйәләре менән мәңгелек килешеүем иҫкә төшөр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Болоттар араһында йәйғоромдо күргәс, ерҙә йәшәгән бөтә тере йән эйәләре менән мәңгелек килешеүем иҫкә төшөр.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 9:16
14 Referencias Cruzadas  

Мин улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, уларға игелек ҡылыуҙан туҡтамам, Минән айырылмаһындар өсөн, күңелдәренә Минән ҡурҡыу һәм хөрмәт һалырмын.


Алла ҡаршыһында минең йорт-ғаиләм дә шулай түгелме? Ул минең менән мәңгелек килешеү төҙөнө, Был килешеү ҡаҡшамаҫ һәм ышаныслы. Ул мине һәр саҡ ҡотҡара, теләгәнемде бирә.


– Үҙеңдең ҡатының Сара ул табыр, – тине Алла Ибраһимға. – Һин уға Исхаҡ тип исем ҡушырһың. Мин уның менән, уның тоҡомо менән мәңгелек килешеүҙе дауам итермен.


Һәммәһе лә: үҙ йортоңда тыуғаны ла, һатып алынғаны ла мотлаҡ сөннәтләнергә тейеш. Ошо рәүешле Минең менән мәңгелек килешеү билдәһе һеҙҙең ғәүрәтегеҙҙә ҡаласаҡ.


Именлек Аллаһы мәңгелек килешеүҙе раҫлаусы ҡан арҡаһында Раббыбыҙ Ғайсаны, һарыҡтарҙың бөйөк Көтөүсеһен, үленән терелтте.


Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.


Әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, Минең яныма килегеҙ, Тыңлағыҙ мине һәм йәшәрһегеҙ. Һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, Дауытҡа вәғәҙә иткән тоғро һөйөүемде бирермен.


– Минең ер йөҙөндә йәшәгән һәммә тере йән менән төҙөгән килешеү билдәһе шул булыр, – тине Алла Нухҡа.


Уларҙың үҙҙәренә лә, әйләнә-тирәләге ҡалҡыулыҡтарыма ла бәрәкәт күндерермен. Ямғырҙарҙы ваҡытында яуҙырырмын, улар хәйер-фатиха ямғырҙары булыр.


Мин улар менән именлек килешеүе төҙөшөрмөн. Был улар менән мәңгелек килешеү булыр. Мин уларҙы үҙ ерҙәрендә төйәкләндерермен, күбәйтермен, Үҙемдең Изге торлағымды мәңгелеккә уларҙың араһына ҡуйырмын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios