Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 9:11 - Изге Яҙма

11 Һеҙҙең менән Минең килешеүем буйынса, бынан һуң бар тереклек туфан һыуында һәләк булмаҫ һәм ер йөҙөн бушлыҡҡа әйләндергән туфан бер ваҡытта ла ҡабатланмаҫ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Һеҙҙең менән Минең килешеүем буйынса бынан һуң бер йән эйәһе лә туфан һыуында һәләк булмаҫ һәм ер йөҙөн бушлыҡҡа әйләндергән туфан бер ваҡытта ла ҡабатланмаҫ. Алла тағы былай тине: – Минең һеҙҙең менән, бөтә тереклек менән мәңгелеккә төҙөгән килешеү билдәһе бына ошо булыр:

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Һеҙҙең менән Минең килешеүем буйынса, бынан һуң бар тереклек туфан һыуында һәләк булмаҫ һәм ер йөҙөн бушлыҡҡа әйләндергән туфан бер ваҡытта ла ҡабатланмаҫ.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 9:11
8 Referencias Cruzadas  

Был Миңә Нух заманындағы һымаҡ. Нух дәүерендәге туфандың һыуҙары Инде бер ваҡытта ла ер йөҙөн баҫмаясағы хаҡында Нисек ант иткән булһам, Шулай уҡ вәғәҙә бирәм: Башҡа Һиңә асыуланмам, битәрләмәм.


Әгәр бөтә нәмә шулай тарҡала икән, һеҙ ниндәй кешеләр булырға тейешһегеҙ һуң? Алла көнөн көткәндә, һәм ул көндөң тиҙерәк килеүе өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләгәндә, тормошоғоҙ изге булырға һәм Аллаға ихлас табынырға тейешһегеҙ. Ул көндә күк дөрләп яныр һәм күк есемдәре ҡыҙыуҙан иреп бөтөр.


Ә шул уҡ һүҙ менән хәҙерге күк һәм ер, уттан һәләк ителеү өсөн, хөкөм көнөнәсә һаҡланып тора. Шул көндә аллаһыҙҙар ҙа юҡ ителәсәк.


һеҙҙең менән, бөтә тереклек менән төҙөгән килешеүемде иҫләрмен. Бөтә тереклекте һәләк итеүсе туфан һыуы башҡаса ҡалҡмаҫ.


Шул ваҡытта хәсрәтеңде оноторһоң, Ағып киткән һыу һымаҡ ҡына иҫләрһең.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios