Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 7:21 - Изге Яҙма

21 Ер йөҙөндә йәшәгән бөтә йән эйәләре: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, кейек-хайуандар, һөйрәлеүселәр, кешеләр һәләк булды;

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

21 Ер йөҙөндә йәшәгән бөтә йән эйәләре: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, кейек-хайуандар, һөйрәлеүселәр, кешеләр һәләк булды;

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 Ер йөҙөндә йәшәгән бөтә йән эйәләре: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, кейек-хайуандар, һөйрәлеүселәр, кешеләр һәләк булды;

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 7:21
20 Referencias Cruzadas  

Алла Нухҡа былай тине: – Бөтә кешелек донъяһын юҡҡа сығарам, сөнки ер улар арҡаһында яуызлыҡ менән тулды. Шуға күрә Мин уларҙы ер менән бергә юҡ итергә булдым.


Ете көндән һуң Мин ергә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн буйына ямғыр яуҙырырмын. Үҙем бар ҡылған һәммә нәмәне ер йөҙөнән юҡ итәсәкмен.


Мин, туфан һыуҙары ҡалҡытып, күктәр аҫтында эсендә йәне булған бөтә нәмәне юҡ итәм, ерҙәге бар тереклек ҡырылып бөтәсәк.


Алла бар иткән бөтә нәмә мәғәнәһеҙлеккә буйһондоролдо. Был уларҙың теләге менән түгел, ә Буйһондороусының ихтыяры буйынса башҡарылды. Әммә Алла яратҡан бөтә нәмәнең дә, фанилыҡ ҡоллоғонан ҡотолоп, Алла балаларының данлы азатлығын уртаҡлашыуға ышанысы бар.


Алла боронғо донъяны ла аямаған, бары тик тәҡүә тормошто вәғәзләгән Нухты һәм тағы ла ете кешене иҫән ҡалдырып, аллаһыҙҙар өҫтөнә туфан ебәргән.


Алла яратҡандарҙың барыһының да, тулғаҡ ғазабы кисергән ҡатын кеүек, әлегә тиклем ыңғырашҡанын һәм ғазапланғанын беләбеҙ бит.


Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем кешеләр ашаған, эскән, өйләнгән, кейәүгә сыҡҡан. Шунан һуң туфан ҡалҡып, барыһын да һәләк иткән.


Туфан күтәрелеп, бөтөнөһөн ағыҙып алып киткәнсе, улар бер ни ҙә аңламаған. Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ.


Кешеләрҙе, хайуандарҙы, Осар ҡоштар, диңгеҙ балыҡтарын ҡырып бөтөрәм, Яуыз бәндәләре менән бергә Абыныу таштарын да ышырып ташлайым, Кешене ер йөҙөнән юҡ итәм, – тип белдерә Раббы. –


Алдарынан – ялҡын ялмап бара, Арттан ут көйрәтеп ҡала; Ғедән баҡсаһылай күркәм ерҙәр Улар үткәндән һуң бушлыҡҡа әйләнә. Һис нәмә уларҙан ҡотола алмай.


Шул арҡала ер иңрәр, бөтә тереклек әлһерәр, Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар, Хатта диңгеҙҙәге балыҡтар ҙа һәләк булыр.


Ер тотош сатнап ярылыр, тетрәр, Донъя селпәрәмә килер.


Шул сәбәптән ерҙе ҡарғыш ашай – Унда йәшәүселәр үҙ ғәйептәренең язаһын күрә. Юҡҡа сыға унда йәшәүселәр, Бик аҙҙары ғына ҡотолоп ҡалыр.


Алла төрлө-төрлө кейек-януарҙар, мал-тыуар һәм ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән һәр төрлө һөйрәлеүсе йәнлектәрҙе хасил итте. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.


Бөтә тереклек шунда уҡ һәләк булыр, Кеше тупраҡҡа ҡайтыр ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios