Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 50:25 - Изге Яҙма

25 Йософ Исраил улдарынан ант иттерҙе: – Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер, – тине. – Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа минең һөйәктәремде лә бынан алып китегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

25 Йософ Исраил улдарынан ант иттерҙе: – Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер, – тине. – Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа минең һөйәктәремде лә бынан алып китегеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

25 Йософ Исраил улдарынан ант иттерҙе: – Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер, – тине. – Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа минең һөйәктәремде лә бынан алып китегеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 50:25
10 Referencias Cruzadas  

Исраилдар Йософтоң Мысырҙан алып сыҡҡан һөйәктәрен Шәхәмдә, Шәхәмдең атаһы Хаморҙың улдарынан Яҡуп йөҙ ҡыситаға һатып алған һәм Йософ нәҫелдәренең биләмәһенә әүерелгән урында, дәфен ҡылдылар.


Муса үҙе менән Йософтоң һөйәктәрен дә алғайны, сөнки Йософ Исраил халҡын: «Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер. Шул саҡта бынан үҙегеҙ менән минең һөйәктәремде лә алып китегеҙ», – тип ант иттергәйне.


Иман аша Йософ ғүмеренең һуңғы көндәрендә Исраил халҡының Мысырҙан сығасағы тураһында һөйләне һәм үҙ һөйәктәрен нимә эшләтергә икәнлеген әйтте.


Үлгәс, уларҙы Шәхәм ҡалаһына алып килгәндәр һәм ҡасандыр Ибраһим унда йәшәгән Хамор улдарынан көмөш түләп һатып алған ҡәбергә һалғандар.


Атайым минән ант иттереп: «Бына мин үләм. Мине Ҡәнғәндә, үҙем өсөн алдан әҙерләп ҡуйған ҡәбергә ҡуй», – тигәйне. Мин фирғәүендең атайымды шунда алып барып ерләп ҡайтырға рөхсәт итеүен һорайым.


Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.


Шуға күрә һүҙ бирәм: һеҙҙе Мысырҙа сиккән михнәттәрҙән ҡотҡарам; ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә – һөт менән бал ағып ятҡан ергә алып барам».


Шуға ла уларҙы урау юлдан, сүл буйлап, Ҡамышлы диңгеҙ тарафына әйҙәне. Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡанда һуғышҡа әҙер булып барҙы.


Раббының Үҙ халҡына илтифат күрһәтеп, икмәк биргәнен ишеткәс, Ноғоми килендәре менән Моавтан тыуған иленә ҡайтырға булды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios