Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 49:6 - Изге Яҙма

6 Уртаҡ түгел улар менән минең уйым, Улар ҡорон урап үтә минең юлым. Асыуҙарында улар кеше үлтерҙе, Ҡыҙыҡ өсөн үгеҙ имгәттеләр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Уртаҡ түгел улар менән минең уйым, Улар ҡорон урап үтә минең юлым. Асыуҙарында улар кеше үлтерҙе, Ҡыҙыҡ өсөн үгеҙ имгәттеләр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Уртаҡ түгел улар менән минең уйым, Улар ҡорон урап үтә минең юлым. Асыуҙарында улар кеше үлтерҙе, Ҡыҙыҡ өсөн үгеҙ имгәттеләр.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 49:6
29 Referencias Cruzadas  

Яҡуп Шимғон менән Левигә: – Башыма бәлә килтерҙегеҙ һеҙ! Урындағы халыҡ – ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәрҙе миңә дошман иттегеҙ, – тине. – Кешеләребеҙ аҙ, хәҙер улар күмәкләшеп килер ҙә мине үлтерер, бөтә ырыуыбыҙ һәләк булыр!


Минән йөҙөңдө йәшермә, зинһар, Асыуланып ҡыума мин ҡолоңдо! Һин һәр ваҡыт миңә ярҙам иттең, Ташлама, ситкә тибәрмә, Эй Илаһым, Ҡотҡарыусым!


Миңә һөжүм иткән яуыздарҙан, Һырып алған үлемесле дошмандарҙан.


Иманһыҙҙар менән бер тәртәгә егелмәгеҙ. Хаҡлыҡ менән яманлыҡтың ниндәй уртаҡлыҡлығы бар? Йәки яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ араһында ниндәй уртаҡлыҡ булһын?


Шунан инде үҙемә: „Минең күп йылдарға етерлек байлығым бар, йәнем ял итһен, ашаһын, эсһен, күңел асһын“, – тип әйтермен».


Кәйеф-сафа ҡорғандарҙың араһында ултырманым, Улар менән күңел асманым; Ҡулыңдың аҫтында яңғыҙ ултырҙым, Сөнки мине асыу-ярһыуың менән тултырҙың.


Эскенәйем яна! Йәнем әрней. Ғазап талай йөрәгемде! Өнһөҙ ҡала алмайым мин, Дошмандың борғо тауышын, Яу ауазын ишетеп, күңелем тетрәнә.


Эй Алла, Сионда яңғыраған маҡтау – Һиңә; Һиңә әйтелгән нәҙерҙәр үтәләсәк.


Ағып киткән һыу һымаҡ юҡҡа сыҡһындар. Йәйә киргәндә уҡтары урталай һынһын.


Тәҡүәнең маҡсаты – ғәҙеллек, яман әҙәмдең кәңәше – мәкер.


«Әйҙә, беҙҙең менән, берәйһен һағалап тороп үлтерәйек, ғәйепһеҙгә ҡул һалайыҡ, – тиер улар, –


Шөкөрана ҡыл Раббыға, йәнем! Эй Раббым, Аллам! Һин ниндәй бөйөк, Дәрәжә менән шөһрәткә сорналғанһың.


Эй Аллам, Һин минең батшам, Бойороҡ бир, Яҡуп заты еңеү ҡаҙанһын!


Ниңә өҙөләһең, йәнем, көйөнәһең? Һин өмөтөңдө бағла Аллаға! Мин тағы ла рәхмәттәр уҡырмын Уға, Мине күреп торған һәм ҡотҡарасаҡ Аллама!


Дошмандарым арҡаһында мин хур булдым, Хатта яҡындарым араһында. Мине күреп таныштарҙың ҡото оса, Урамда осрағандар боролоп ҡаса.


Раббы ауазы һыуҙар өҫтөндә яңғырай, Күкрәй шөһрәтле Алла. Раббы даръя һыуҙары өҫтөндә гиҙә.


Уларҙың ауыҙҙарында дөрөҫлөк юҡ; Эстәре тулы емергес уйҙар. Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер, Телдәрендә – ялағайлыҡ.


Яуыздарҙың ҡотҡоһона бирелмәгән, Гонаһлылар һуҡмағынан йөрөмәгән, Хурлаусылар йыйынында ултырмаған – Ниндәй бәхетле ошондай кеше!


Һепереп ташланы дошманды Ҡишон йылғаһы, Боронғо йылға. Ҡишон йылғаһы. Ат тояҡтары яңғырай, Айғырҙары ҡуш аяҡлап саба! Эй йәнем, көс-ҡеүәт менән алға ынтыл!


«Йәшерен рәүештә берәйһен үлтергән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


Йушағ дошмандары менән Раббы ҡушҡанса эшләне – аттарының һеңерҙәрен ҡырҡты, яу арбаларын яндырҙы.


Дауыт уның бер мең ете йөҙ һыбайлыһын һәм егерме мең йәйәүле яугирен әсиргә алды. Йөҙ яу арбаһына егерлек аттарҙы ҡалдырып, башҡаларының аяҡ һеңерҙәрен ҡырҡтырҙы.


Дауыт уның мең яу арбаһын, ете мең һыбайлыһын һәм егерме мең йәйәүле яугирен әсиргә ала. Йөҙ яу арбаһына егерлек аттарҙы ҡалдырып, башҡаларының аяҡ һеңерҙәрен ҡырҡтыра.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios