Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 49:4 - Изге Яҙма

4 Әммә һин ташҡын һыу һымаҡ дыуамалһың, Инде хәҙер алдын була алмаҫһың. Сөнки атайыңдың түшәгенә ятып, Ятыр урынымды бысраттың.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Әммә һин ташҡын һыу һымаҡ дыуамалһың, Инде хәҙер алдын була алмаҫһың. Сөнки атайыңдың түшәгенә ятып, Ятыр урынымды хәрәм ҡылдың.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Әммә һин ташҡын һыу һымаҡ дыуамалһың, Инде хәҙер алдын була алмаҫһың. Сөнки атайыңдың түшәгенә ятып, Ятыр урынымды бысраттың.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 49:4
11 Referencias Cruzadas  

Ошо туҡталыш ваҡытында Рәүвән атаһының йәриәһе Билһа менән йоҡланы. Атаһы был турала ишетеп белде. Яҡуптың ун ике улы бар ине.


Рәүвән Исраилдың баш балаһы була. Ләкин ул атаһының түшәген нәжесләгәнлектән, баш бала хоҡуғы Исраил улы Йософ нәҫеленә бирелә. Шуға күрә Рәүвән нәҫел исемлегендә лә баш бала булып яҙылмай.


«Атаһының ҡатыны менән ятҡан кешегә ләғнәт булһын, сөнки ул атаһының оятын асты». Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


Рәүвән йәшәһен, үлмәһен, Халҡының һаны аҙ булмаһын.


Дөрөҫөндә, арағыҙҙа фәхешлек, хатта мәжүсиҙәрҙә лә күҙәтелмәгән фәхешлек булыуы тураһында хәбәрҙәр йөрөй. Берәү үҙенең үгәй әсәһен ҡатыны итеп тота икән.


Яҡыныңдың ҡатынын көҫәмә. Уның өйөн дә, баҫыуын да, ҡолон да, ҡолиәһен дә, үгеҙен дә, ишәген дә – бер нәмәһен дә көҫәмә».


Бына Исраилдың Мысырға күсеп килгән улдарының – Яҡуп менән улдарының исемдәре: Яҡуптың баш балаһы Рәүвән.


Был хаҡта ул бөтә хаттарында яҙа. Әммә уның хаттарында аңлауы ауыр булған ҡайһы бер урындар бар. Наҙандар һәм иманда тотороҡһоҙ кешеләр, башҡа Изге Яҙмаларҙы боҙған кеүек, был урындарҙы ла боҙоп аңлата. Шуның менән үҙҙәрен һәләкәткә дусар итә.


Улар кем менән зина ҡылырға икән тип, ҡыҙ-ҡырҡынға күҙ һалып, был гонаһтан тыйыла алмай һәм тотороҡһоҙ йәндәрҙе хаҡ юлдан яҙҙыра, күңелдәре ҡомһоҙлоҡҡа өйрәтелгән, өҫтәренә ләғнәт ятҡан.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios