Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 48:19 - Изге Яҙма

19 Әммә Исраил баш тартты: – Беләм, – тине, – беләм мин, улым. Менашшеның тоҡомонан да бөйөк халыҡ тараласаҡ. Шулай ҙа кесеһе унан уҙып китер һәм бик күп халыҡтарға башланғыс һалыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Әммә Исраил баш тартты: – Беләм, – тине, – беләм мин, улым. Менашшеның тоҡомонан дә бөйөк халыҡ тараласаҡ. Шулай ҙа кесеһе унан уҙып китер һәм бик күп халыҡтарға башланғыс һалыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Әммә Исраил баш тартты: – Беләм, – тине, – беләм мин, улым. Менашшеның тоҡомонан да бөйөк халыҡ тараласаҡ. Шулай ҙа кесеһе унан уҙып китер һәм бик күп халыҡтарға башланғыс һалыр.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 48:19
17 Referencias Cruzadas  

Йософ беренсе булып тыуған үгеҙ кеүек ғәйрәтле; Мөгөҙө – хас ҡырағай үгеҙҙекеләй. Уның мөгөҙҙәре – Әфраимдың ун меңдәре, Менашшеның меңдәре. Ҡәүемдәрҙе ер сигенә тиклем Шулар менән һөҙөп ырғытасаҡ.


Исхаҡ Ғаязды яратыңҡырай, ул тотоп алып ҡайтҡан ҡош-ҡорт менән һыйланыу оҡшай ине. Ә Рабиға Яҡупты яҡыныраҡ күрҙе.


Зевулун нәҫеленән ун ике мең; Йософ нәҫеленән ун ике мең; Бинйәмин нәҫеленән ун ике мең кеше.


Ашер нәҫеленән ун ике мең; Нафтали нәҫеленән ун ике мең; Менашше нәҫеленән ун ике мең;


Фарсы, Луд, Пут яугирҙәре Ғәскәреңдә хеҙмәт итте. Ҡалҡандарын, торҡаларын Ҡабырғаларыңа аҫтылар, Һиңә йәм өҫтәнеләр.


Раббы һиңә, халҡыңа, атаң нәҫеленә Әфраим Йәһүҙәнән айырылғандан алып был көнгә тиклем һис күрелмәгән бәлә ебәрер, өҫтөгөҙгә Ашшур батшаһын килтерер.


Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ифрат ишәйтте һәм һеҙ бөгөн күктәге йондоҙҙар һымаҡ күпһегеҙ.


Исраил, ҡулдарын алға табан салыштырып һуҙып, уң ҡулын кесеһе Әфраимдың, һул ҡулын баш бала булған Менашшеның башына һалды.


– Һинең менән төҙөгән килешеүем шул: һин бик күп халыҡтарҙың атаһы булырһың.


Ҡом бөртөгө күпме булһа, нәҫел-ырыуың да шул саҡлы күп булыр, улар көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ла таралып ултырыр. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең һәм һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр.


Алла былай тине: – Мин Алла, атайың Аллаһымын. Ҡурҡма, күс Мысырға: унда Мин һинән бөйөк халыҡ бар ҡылырмын.


– Улай түгел, атай, – тине Йософ. – Бына баш бала, уң ҡулыңды уның башына һал.


Раббы уға: – Ике халыҡ һинең ҡарыныңда, Ике халыҡ һинән яралыр. Береһе икенсеһенән көслө булыр, Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итер, – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios