Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 47:30 - Изге Яҙма

30 Ата-бабаларым хозурына күскәс, Мысырҙан алып китеп, улар ятҡан зыяратҡа ҡуй. – Нимә әйтһәң, шуны эшләрмен, – тип яуап бирҙе Йософ.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

30 Ата-бабаларым хозурына күскәс, Мысырҙан алып китеп, улар ятҡан зыяратҡа ҡуй. – Нимә әйтһәң, шуны эшләрмен, – тип яуап бирҙе Йософ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

30 Ата-бабаларым хозурына күскәс, Мысырҙан алып китеп, улар ятҡан зыяратҡа ҡуй. – Нимә әйтһәң, шуны эшләрмен, – тип яуап бирҙе Йософ.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 47:30
16 Referencias Cruzadas  

Улдары Исхаҡ менән Исмәғил уны хитти кешеһе – Сохар улы Ғәфрондың баҫыуында, Мамре ҡаршыһындағы Махпела мәмерйәһендә ерләне.


Ибраһим ҡатыны Сараны Ҡәнғән ерендә Мамре, йәғни Хеврон янындағы Махпела баҫыуы мәмерйәһендә ерләне.


батшаға: – Батшам күңеленә хуш килеп, мин ҡолоңдо үҙеңдең илтифатыңа лайыҡ итһәң, мине Йәһүҙәгә, ата-бабаларымдың ҡәберҙәре ятҡан ҡалаға ебәрһәң ине. Мин уны төҙөкләндерер инем, – тип яуап ҡайтарҙым.


– Батша мәңге йәшәһен! Йөҙөм ниңә ҡайғылы булмаһын инде минең? Ата-бабаларым ерләнгән ҡала ташландыҡ хәлдә ята, ҡала ҡапҡалары яндырылған! – тинем.


Кире боролдоң, Мин һиңә икмәк ашама, һыу эсмә, тип әйткән ерҙә тәғәм йыйҙың. Шуға күрә мәйетең ата-бабаларыңдың төрбәһенә дәфен ҡылынмаясаҡ».


Ҡуй, мин ҡолоң ҡайтып, үҙ ҡаламда йән биреп, ата-әсәмдең төрбәһендә дәфен ҡылынайым. Ә бына ҡолоң Кимһам хакимым батша менән китһен, уның менән ни эшләһәң дә, һинең хөкөмөңдә.


Йософ Исраил улдарынан ант иттерҙе: – Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер, – тине. – Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа минең һөйәктәремде лә бынан алып китегеҙ.


Ә һин, оҙон ғүмер кисергәндән һуң, тыныс күңел менән аталарың янына күсерһең.


Шулай итеп, Ғәфрондоң Мамре янындағы Махпелала урынлашҡан баҫыуы, ундағы мәмерйә һәм баҫыуҙағы, уның тирә-яғындағы бөтә ағастар


Был баҫыуҙы Ибраһим хиттиҙәрҙән һатып алғайны. Ибраһим менән ҡатыны Сара ана шунда ҡуйылды.


Ул ҡартайып, был тормошта күререн күреп вафат булды һәм ата-бабаларына ҡушылды. Уны улдары Ғаяз менән Яҡуп ерләне.


Раббы Мусаға былай тине: – Бына һин, үлеп, ата-бабаларың хозурына күсерһең. Ә был халыҡ, Миңә тоғролоҡ һаҡламайынса, барған ерендәге илаһтар менән зина ҡылыр, Мине ташлар һәм Мин улар менән төҙөгән килешеүҙе боҙор.


Ғасаһилды Бейт-Ләхәмдә атаһының төрбәһенә ҡуйҙылар. Шунан Йоав үҙенең кешеләре менән төнө буйы барып, таң атҡанда ғына Хевронға ҡайтып инде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios