Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 45:20 - Изге Яҙма

20 Тороп ҡалған мөлкәттәре өсөн ҡайғырып тормаһындар: Мысырҙағы бөтә яҡшы нәмә уларҙыҡы булыр.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Тороп ҡалған мөлкәттәре өсөн ҡайғырып тормаһындар: Мысырҙағы бөтә яҡшы нәмә уларҙыҡы булыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

20 Тороп ҡалған мөлкәттәре өсөн ҡайғырып тормаһындар: Мысырҙағы бөтә яҡшы нәмә уларҙыҡы булыр.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 45:20
23 Referencias Cruzadas  

Әгәр Мине тыңларға теләһәгеҙ, Ерҙең яҡшы ризыҡтары менән туйынырһығыҙ.


Ул көндө үҙе өй ҡыйығында булып, әйберҙәре аҫта ҡалған кеше уларҙы алырға тип төшмәһен, шулай уҡ баҫыуҙа булған кеше лә өйөнә ҡайтмаһын.


Шуға ҡарамаҫтан, Мин уларҙы ҡыҙғандым, уларҙы һәләк итмәнем, сүлдә ҡырып ташламаным.


Шунан ҡалғандарына: – Ҡала буйлап уның артынан йөрөгөҙ ҙә кешеләрҙе үлтерегеҙ, – тигәнен ишеттем. – Һис кемде ҡыҙғанмағыҙ, мәрхәмәт күрһәтмәгеҙ.


Һине һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Тотҡан юлдарыңа күрә язалаясаҡмын, ерәнгес эштәреңдең әжерен аласаҡһың. Шунда һине язалаусының Мин Раббы икәнен белерһегеҙ.


Мин һине йәлләп тормам, шәфҡәт күрһәтмәм. Тотҡан юлдарыңа күрә язалармын, Ерәнгес эштәреңдең әжерен аласаҡһың. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ».


Уҡтары егеттәрҙе тишә атыр, Улар сабыйҙарҙы аяп тормаҫ. Күҙҙәре балаларға ҡыҙғанып баҡмаҫ».


Шуның өсөн ҡыҙҙарығыҙҙы уларҙың улдарына бирмәгеҙ, уларҙың ҡыҙҙарын да улдарығыҙға алмағыҙ. Ошо ерҙә нығынайыҡ, уның байлыҡтары менән туйынайыҡ, уны балаларыбыҙға мәңгегә мираҫ итеп ҡалдырайыҡ тиһәгеҙ, бер ваҡытта ла уларға тыныслыҡ һәм файҙа килтерерҙәй бер нәмә лә эшләмәгеҙ».


Был эштә һеҙҙе кем тыңлар? Һуғышта булғандар менән ылау янында ҡалғандарҙың өлөшө бер. Бөтә нәмә лә тигеҙ бүленәсәк.


– Ҡылыстарығыҙҙы тағығыҙ, – тип бойорҙо Дауыт. Үҙе лә, яугирҙәре лә ҡылыстарын таҡты. Дүрт йөҙләгән кеше Дауыт артынан ҡуҙғалды, ике йөҙө ылау янында ҡалды.


Раббынан: – Ул бында килдеме һуң? – тип һоранылар. – Ана ул ылауҙар араһында йәшенеп ята, – тине Раббы.


Исраилдар гонаһ ҡылды, Мин үтәргә ҡушҡан килешеүҙе боҙҙо. Улар харам ҡылынырға тейешле әйберҙәрҙе үҙҙәренә алды – урланы, алдап, йәшереп үҙ әйберҙәре араһына тығып ҡуйҙы.


Бындай кешене йәлләмәгеҙ: йәнгә – йән, күҙгә – күҙ, тешкә – теш, ҡулға – ҡул, аяҡҡа – аяҡ.


Уны ҡыҙғанма, Исраилды ғәйепһеҙгә түгелгән ҡандан арындыр һәм шул саҡта рәхәт йәшәрһең.


Аллаң Раббы ҡулыңа тапшырасаҡ бар халыҡтарҙы юҡ ит; уларҙы ҡыҙғанма, илаһтарына табынма, сөнки был – һинең өсөн тоҙаҡ.


Әгәр бер кеше икенсеһенә аҡса йәки әйбер һаҡларға биреп тороп, был әйберҙәр уның өйөнән ғәйеп булһа, тотолған осраҡта, уғры урланған әйбер хаҡын икеләтә ҡайтарырға тейеш.


Ҡайтып, атайығыҙҙы һәм бөтә ғаиләгеҙҙе алып, бында кире әйләнеп килһендәр. Мин уларға Мысырҙың иң яҡшы ерҙәренән урын бирермен. Тупрағы май һымаҡ ерҙәрҙең емештәрен ашап йәшәрһегеҙ.


Өй ҡыйығында булғандар, әйберҙәрен алыр өсөн аҫҡа төшөп, ваҡытын әрәм итмәһен;


– Бына минең бөтә ерем һинең күҙ алдыңда, ҡайҙа теләһәң, шунда йәшә, – тине.


Уларға Мысырҙан ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға өсөн арбалар алып китергә бойор, үҙҙәре менән атайығыҙҙы ла алып килһендәр.


Исраил улдары шулай эшләне. Йософ, фирғәүен әйткәнсә, уларға арбалар, юлға аҙыҡ,


Бөтә Мысыр иле һинең алдыңда. Әйҙә, уларҙы еребеҙҙең иң яҡшы төбәктәренә урынлаштыр. Йәшәһендәр Гошен ерендә. Әгәр араларында яраҡлы кешеләр табыла икән, уларға минең көтөүҙәремде лә көтөргә ҡуш.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios