Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -

Башланмыш 45:1 - Изге Яҙма

1 Йософ эргәһендә торғандар алдында түҙеп тора алмаҫ хәлгә килде. – Бөтәгеҙ ҙә сығығыҙ! – тип ҡысҡырҙы ул. Йософ үҙенең кем икәнен танытҡанда эргәлә сит кешеләрҙән бер кем дә юҡ ине.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Йософ эргәһендә торғандар алдында түҙеп тора алмаҫ хәлгә килде. – Бөтәгеҙ ҙә сығығыҙ! – тип ҡысҡырҙы ул. Йософ үҙенең кем икәнен танытҡанда эргәлә сит кешеләрҙән бер кем дә юҡ ине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

Башланмыш 45:1
12 Referencias Cruzadas  

Әгәр имандашың һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, барып, ғәйебен үҙенә генә әйт. Тыңлаһа, һин имандашыңды үҙеңә ҡайтарып алған булырһың.

Мөхәббәт әҙәпһеҙ ҡыланмай, үҙенә файҙа эҙләмәй, ярһымай, кенә тотмай.

Әгәр ҙә мин: «Башҡаса Уны иҫкә алмайым, Инде Уның исеменән һөйләмәйем», – тиһәм, Һинең һүҙең эсемдә ялҡындай дөрләп яна, Елегемә үтеп өтөп ала, Уны эстә тоторға маташып хәлдән тайҙым, Инде әмәлем ҡалманы.

«Күп замандар тауыш сығарманым, Түҙҙем, сабыр иттем. Инде тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ҡысҡырам; Тыным бөтөп, йотлоғоп һулыш алам.

Был хаҡта Ғаҫ ҡалаһында һөйләмәгеҙ; Белдермәгеҙ Ашҡылон урамдарында; Пелешти ҡыҙҙары ҡыуанмаһын; Сөннәтһеҙҙәрҙең ҡыҙҙары шатланмаһын.

Улар икенсе тапҡыр барғанда, Йософ ағай-энеләренә үҙенең кем икәнен әйткән һәм фирғәүен Йософтоң ғаиләһе тураһында белгән.

Мин унан башҡа өйгә ҡайтып, атайымдың хәсрәткә батҡанын күрә алмайым!

Икмәкте табанан алып, уның алдына һалды, әммә Амнон ризыҡтан баш тартып: – Барыһы ла бүлмәнән сыҡһын, – тине. Бөтәһе лә сығып бөткәс,

Ә Йософ ситкә китте лә илап ебәрҙе. Һуңынан кире килеп, улар менән тағы һөйләште, шунан, Шимғонды һайлап алып, башҡа туғандары алдында уны бәйләргә ҡушты.

Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.

Síguenos en:

Anuncios

Anuncios