Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 41:1 - Изге Яҙма

1 Ике йыл үткәндән һуң, фирғәүен бер төш күрҙе: имеш, ул Нил йылғаһы ярында тора,

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Ике йыл үткәндән һуң, фирғәүен бер төш күрҙе: имеш тә, ул Нил йылғаһы ярында тора ине,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Ике йыл үткәндән һуң, фирғәүен бер төш күрҙе: имеш, ул Нил йылғаһы ярында тора,

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 41:1
21 Referencias Cruzadas  

Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе.


Мысыр бер кешеһеҙ бушлыҡҡа әйләнер. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр. Һин: „Нил минеке, уны мин яһаным“, – тинең.


Уларға һөйлә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй йылға-ҡултыҡтарың эсендә ятҡан олоғара аждаһа, Мысыр батшаһы фирғәүен, Мин һиңә ҡаршымын. Һин: „Нил йылғаһы минеке, уны үҙем өсөн яһаным“, – тип әйтәһең.


Нил йылғаһының һыуҙары кәмер, Ул һайығып, ҡороп ҡалыр,


Ул төндө батша оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай ятты. Ул батшалыҡтағы иҫтәлекле ваҡиғалар теркәлгән йылъяҙмалар китабын килтертеп, ҡысҡырып уҡырға бойорҙо.


Һеҙ биләргә тип аяҡ баҫаһы ер һеҙ сыҡҡан Мысыр иле кеүек түгел. Унда бит орлоҡ сәсһәң, һыуҙы, баҡсаны һуғарған һымаҡ, үҙ ҡулдарың менән ташып һибергә кәрәк ине.


Хатта ошо ике хикмәткә лә ышанмаһалар һәм әйткәндәреңә ҡолаҡ һалмаһалар, Нилдан һыу алып ергә түк. Йылға һыуы тупраҡҡа тейеү менән ҡанға әйләнер.


Фирғәүен шул саҡ үҙ халҡына былай тип бойорҙо: – Ғивриҙәрҙең яңы тыуған ир балаларын Нил һыуына ташлағыҙ, ҡыҙҙарын иҫән ҡалдырығыҙ.


Бына бер көндө Мысыр батшаһының зинданда тотҡон булып ултырған шарап ҡойоусыһы менән икмәксеһе төш күрҙе. Икеһенең төшө ике төрлө, мәғәнәләре лә төрлөсә ине.


Ул бөтә мал-мөлкәтен алып, Евфрат йылғаһын аша сыҡты ла Ғилғәд тауҙарына табан йүнәлде.


Лаван: – Ысынлап та һин минең һөйәгем, минең итемдәнһең икән, – тине. Яҡуптың Лаванда йәшәй башлауына ай тулғас,


Әммә төндә Алла, Авимәләхтең төшөнә инеп, былай тине: – Был ҡатынды үҙеңә алған өсөн үләсәкһең, сөнки уның ире бар.


Төшөндә ул ерҙән күккә ашып торған баҫҡыс күрҙе, ул баҫҡыс буйлап Алланың фәрештәләре менеп-төшөп йөрөй, имеш.


Әммә шарап ҡойоусы Йософто ла, уның үтенесен дә онотто.


шул саҡ Нилдан ете һыйыр килеп сыҡты. Матур, көр был һыйырҙар яр буйындағы ҡамышлыҡта утлай башланы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios