Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 4:4 - Изге Яҙма

4 Һабил да көтөүендәге тәүге үрсем бәрәстәрен һәм уларҙың эс майын алып килде. Раббы Һабилды һәм уның бүләген хуш күрҙе,

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Һабил да көтөүендәге тәүге үрсем бәрәстәрен һәм уларҙың эс майын алып килде. Раббы Һабилды һәм уның бүләген хуш күрҙе,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Һабил да көтөүендәге тәүге үрсем бәрәстәрен һәм уларҙың эс майын алып килде. Раббы Һабилды һәм уның бүләген хуш күрҙе,

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 4:4
22 Referencias Cruzadas  

Һабил иман аша Аллаға Ҡабилға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбан килтергән. Иман менән килтерелгәнлектән, уның бүләге Алла тарафынан хуплап ҡабул ителә һәм шуның менән ул тәҡүә булып раҫлана. Һабил, үҙе иҫән булмаһа ла, иманы аша әле лә һөйләй.


Раббыны бөтә мал-мөлкәтең менән олола, һәр эшеңдең тәүге емешен уға арна,


Уға баш ир балаңды бағышларға тейеш булаһың. Мал-тыуарыңдың тәүге түле лә, әгәр ҙә ул иркәк булһа, Раббыныҡы булһын.


Әммә һыйыр малының беренсе иркәк быҙауы, һарыҡ-кәзәнең беренсе тәкә бәрәсе өсөн йолом алма: улар изге. Уларҙың ҡанын ҡорбан усағына һирп, эс майын яндыр. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Ҡанун бөтә нәмәнең дә тиерлек ҡан менән сафландырылыуын талап итә һәм ҡан түгелмәйенсә ярлыҡау булмай.


Йәне нимә теләй, шуны бирҙең, Теленән төшкән үтенесен кире ҡаҡманың. Села


Сөләймән доғаны тамамлағас, күктән ут төшә, тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарҙы ялмай. Раббының шөһрәте ҡорамды тултыра.


Шул урында Дауыт Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләй һәм тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерә. Шунан Раббыға ялбара һәм Раббы, уны ишетеп, күктән тотош яндырыу усағына ут төшөрә.


Шул саҡ Раббының уты килеп төштө. Был уттың ялҡыны тотош яндырыу ҡорбанын да, утынды ла, таштарҙы ла, тупраҡты ла ялмап йотто, соҡорҙағы һыуҙы ла киптерҙе.


Раббы тарафынан ут сығып, усаҡтағы тотош яндырыу ҡорбанын һәм майын ялмап алды. Быны күргән барса халыҡ ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Бына бер саҡ, ҡояш байып, ҡараңғы төшкәс, мейестән бөркөлгәндәй төтөн үә ялҡын хасил булды һәм урталай киҫелгән түшкәләр араһынан үтеп китте.


Салынған Бәрәстең тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылмаған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Раббы фәрештәһе ҡулындағы таяҡ осо менән иткә һәм сөсө икмәккә ҡағылғайны, таштан ут сыҡты. Ут ит менән сөсө икмәкте яндырҙы. Шунан Раббы фәрештәһе күҙҙән юғалды.


Раббыға килтерелгән тәүге уңыш саҙаҡаларын – зәйтүн майының, яңы шараптың һәм ашлыҡтың иң яҡшыһын – Мин һиңә бирәм.


Раббының хозурынан ут сығып, хуш еҫле матдәләр килтергән теге ике йөҙ илле ирҙе лә һәләк итте.


Шунан һуң һеҙ исемен әйтеп үҙегеҙҙең аллағыҙҙы саҡырығыҙ, мин дә исемен әйтеп Раббымды саҡырырмын. Уларҙың ҡайһыһы ут менән яуап ҡайтара, шул ысын Алла. Бөтә халыҡ: – Бик яҡшы әйтелде! – тиешеп уның һүҙҙәрен хупланы.


Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Ҡабил үҫтереп алған уңышынан Раббыға бүләк килтерҙе.


Мусаның быға бик ныҡ асыуы килде лә Раббыға: – Уларҙың саҙаҡаһына илтифат итмә. Мин уларҙан хатта бер ишәк тә алманым, береһенә бер яманлыҡ ҡылманым, – тине.


– Раббының күңеленә нимә нығыраҡ оҡшай: уның ҡушҡандарын тыңлаумы, әллә һәр төрлө ҡорбандар, тотош яндырыу ҡорбандарымы? Тыңлаусанлыҡ – ҡорбандан, күндәмлек һарыҡ тәкәһенең эс майынан яҡшыраҡ.


Шулай уҡ мин һәр төрлө хеҙмәт, эштәге оҫталыҡ кешеләр араһындағы көнсөллөктән булғанын да күрҙем. Былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios